Даирә
+20 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Апреля 2021, 04:23

Прививка яһаттығыҙмы әле?

Республикаға 180 меңдән ашыу “ГамКовидВак” вакцинаһы (сауҙа маркаһы “Спутник V”) килтерелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Хәҙер табиптар алдында прививкалау кампанияһын сифатлы һәм тиҙ башҡарыу бурысы тора. Вакцинаның ике компонентын да алған кешеләр һаны 88 меңдән ашҡан. 125 меңдән ашыу кеше вакцинациялауҙың тәүге этабын үткән. Халыҡ был сараның әһәмиәтен нығыраҡ аңлай башланы кеүек, прививка яһатырға теләүселәрҙең артыуы ошо хаҡта яҡшы һөйләй.

Пациенттарға уңайлыҡ тыуҙырыу маҡсатында Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының эре сауҙа нөктәләрендә вакцинациялау пункттары асылды. 26 марттан башлап баш ҡалалағы “Мега”, “Планета” һәм “Башкирия Лайфстайл” сауҙа үҙәктәрендә һәм Стәрлетамаҡтағы “СитиМолл” үҙәгендә прививка яһатырға мөмкин. Өҫтәүенә улар ял көндәрендә лә, байрамда ла халыҡты ҡабул итәсәк. Пункттар ғәҙәти көндәрҙә 13 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 19.30 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, пункттарҙа вакцинаның сифатын юғалтыу хәүефе юҡ, бөтәһе лә уйланылған.
Республика бюджеты средстволары иҫәбенә медицина ойошмалары өсөн 48 һыуытҡыс алынған. “Башфармация” предприятиеһының бер юлы 550 мең вакцина дозаһын ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Препараттарҙы медицина ойошмаларына илтеү өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһы ресурстары - рефрирежаторҙар файҙаланыла.
15 марттан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры базаһында вакцинация пункты эшләй башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Кемдәр әлегә прививка яһатырға икеләнә, бары вакцинаның ғына хәүефтән һаҡлаусы, үҙебеҙҙе генә түгел, яҡындарыбыҙҙың ғүмерен мәкерле сирҙән ҡурсалаусы мөһим сара булыуын тағы бер ҡат иҫкә төшөрәбеҙ.
Коронавирусты асыҡлауҙа һәм дауалауҙа ғына түгел, пациенттарҙы реабилитациялауҙа ла байтаҡ тәжрибә тупланды. Премьер- министр урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикаға 180 меңдән ашыу “ГамКовидВак” вакцинаһы килтерелде. Оҙаҡламай “ЭпиВакКорона” вакцинаһы килтерелеүе көтөлә, ул да медицина ойошмаларына таратыласаҡ. Донъяла әлегә эпидемик хәл тотороҡло түгел. Инфекцияның өсөнсө тулҡыны булыу ихтималлығы уяулыҡты юғалтмауҙы, төрлө хәлдәргә әҙер булыуҙы талап итә.
-Сценарийҙың ҡайһы яҡҡа боролоуына ҡарамаҫтан, беҙ тулыһынса һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтә алабыҙ. Беҙҙең етерлек тәжрибәбеҙ һәм квалификациялы кадрҙарыбыҙ бар. Резервта тейешле инфраструктура , койка һаны етерлек – кәрәк саҡта беҙ уны 48 сәғәттә эшкә ҡуша аласаҡбыҙ, - тине Максим Забелин.
Республикала ойошторолған 130-ҙан ашыу прививка пункттары һеҙҙе көтә. Сиратһыҙ, тиҙ вакцинация үтеү өсөн улар уңайлы һәм хәүефһеҙ.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас