Даирә
+32 °С
Ясно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Марта 2021, 08:59

ОРГАНИЗМДЫ ТАҘАРТЫУҘЫҢ АЛТЫ ЫСУЛЫ

Даими стрестар, һауаның насарланыуы, һәр яҡлап химия «һөҗүме» беҙҙең организмға йоғонто яһамайынса ҡалмай. Ағыулы матдәләр һәр күҙәнәктә тиерлек туплана. Һөҙөмтәлә, йөрәк, ашҡаҙан, бауыр ауырта башлай. Өҫтәүенә, кешенең тышҡы ҡиәфәте лә ҡартая. Ниндәй генә косметик саралар ҡулланма, уларҙың файҙаһы әллә ни һиҙелмәй. Шуға ла организмды шлактарҙан таҙартып тороу бик кәрәк. Түбәндә күрһәтеләсәк таҙарыныу саралары күп ваҡытты алмай һәм әллә ни әҙерлек тә талап итмәй.

  1. ҺЫУ ҺӘМ ТОҘ
    Көнөгөҙҙө бер стакан (250 грамм) һыу эсеүҙән башлағыҙ. Һыу эскәндән һуң тел өҫтөнә бер семтем йод ҡатыштырылмаған эре тоҙ һалығыҙ һәм һурығыҙ. Был процедура 1-2 ай дауамында башҡарыла. Унан һуң 2-4 ай ял итергә кәрәк. Был ысул, әлбиттә үҙҙәрен яҡшы хис иткәндәр өсөн. Тоҙһоҙ диетала ултырғандарға тәҡдим ителмәй.

    2. ЗӘЙТҮН МАЙЫ
    Ашар алдынан (ярты сәғәт элек) бер аш ҡалағы зәйтүн майын ҡулланыу һеҙҙең тирегеҙҙе шыма һәм сәләмәт яһар. Зәйтүн майы урынына, аптекаларҙа һатылған етен майын ҡулланырға ла була (ул, әлбиттә, әсерәк). Бер ай май ҡулланғандан һуң бер ай ял итеү кәрәк.
    Майҙы көнөнә өс тапҡыр эсеү мөмкинлеге булмаһа, уны иртән бер тапҡыр эсеү ҙә бауырығыҙ эшмәкәрлеген күпкә еңеләйтер.

    Организмдағы иң мөһим фильтр — бөйөрҙәр. Уларҙы йылына бер булһа ла таҙартыу зарур.
    3. БӘҮЕЛ ҠЫУҘЫРТЫУ САРАЛАРЫ
    Бөйөрҙәрҙе нисек таҙартырға һуң? Был ҡатмарлы эш түгел. Һәр аптекала тиерлек бәүел ҡыу7ырыусы сәйҙәр бар. Быларҙан тыш һәр иртә йшелсә-емеш һуттары эсергә кәрәк. Һуттарҙың сей йәшелсә-емештән һығылғаны ҡулланыла.
    Көҙгөлөктә ҡарбуз ашау бик файҙалы. Уның һуты – бәүел ҡыуҙырыусы иң көсле сара.

    4. АС ТОРОУ
    Бының өсөн, әлбиттә, ихтыяр көсө кәрәк. Ас торғандан һуң ауырыуҙың хәле яҡшыра, ә инде сәләмәт кеше бындый «ураҙа»ҙан һуң үҙендә рухи күтәренкелек һәм тәнендә көс-ҡөҙрәт тоя.
    Ата-бабалар юҡҡа ғына ураҙа тотмаған.
    Ураҙа — дауа сараһы булараҡ күптән раҫланған ысул.

    5. ЙӘШӘРТЕҮСЕ САРА
    Был ысул кешенең күреү һәләтен яҡшырта, тән тиреһен шымарта, сәсен ҡуйыландыра.
    Бының өсөн 200 грамм етен майына (аптекаларҙа һатыла) 4 лимон, 3 баш ҙур булмаған һарымһаҡ, 1 килограмм бал ҡушыла. Ҡабығынан әрселгән ике лимонды һәм һарымһаҡты, 2 лимонды ҡабығын әрсемәйенсә иттартҡыс аша үткәрәбеҙ.
    Ҡушылманы яҡшылап болғатабыҙ һәм, быяла банкаға һалып, ҡаплап һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
    Көнөнә өс тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡала бер ағас ҡалак ҡабарға кәрәк

    6. ҠАН ТАМЫРҘАРЫН ТАҘАРТЫУ
    Бер аш калағы киптерелгән валериан тамыры менән ике аш ҡалағы лаванда япрағына бер литр аҡ виноград шарабы ҡушыла һәм өч көн буйына төнәтелә. Уны болғатып торорға кәрәк.
    Көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсәргә кәрәк. Сара бер ай дауамында ҡулланыла. Ике-өс аҙна ялдан һуң дауалау курсы дауам иттерелә.
  2. Читайте нас