Даирә
+15 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Марта 2021, 09:11

Үҙебеҙ әҙерләйбеҙме?

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған хуҗабикәләр, хәҙер булдыра алғанса аҙыҡ-түлекте үҙҙәре әҙерләргә тырыша. Ризыҡтың сифаты тураһында күбебеҙҙә шик бар. Әйтәйек, киң ҡулланышта йөрөгән майонез. Ә ниңә әле уны үҙебеҙгә яһап ҡарамаҫҡа?.. Өйҙә майонез яһауҙың бер нисә ысулы бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҫәлән, ҡаты итеп бешерелгән 2 йомортҡа, бер сәй ҡалағы тоҙ, 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо,1 сәй ҡалағы горчица, 600 г шыйыҡ май һалырға һәм блендер менән болғатырға.
Унан һуң, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе һалып, тағы болғатып алырға кәрәк. Майонезға һарғылт төҫ бирер өсөн бер семтем генә куркума ҡушһағыҙ ҙа була.

Ә кемдер майонезды былай яһай: майһыҙландырылган кефир һәм эремсеккә ике йомортҡа һарыһы, горчица, ҡара борос, тоҙ, лимон һуты ҡушып, барыһын бергә блендерҙа болғаталар. Һуңынан майонезды 10 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торалар.

Читайте нас