Даирә
+23 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Марта 2021, 05:08

Ҡанға ихтыяж арта...

Республика ҡан ҡойоу станцияһы апрель башында донорҙар акцияһы үткәрергә йыйына.

Табиптар өфөләрҙе түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки хеҙмәттә бөтә ҡан төркөмдәренә лә ихтыяж артыуы күҙәтелә.

“Акция 6-7 апрелдә Өфөнөң Батыр урамындағы 41/1-се йортта, иртәнге сәғәт 8-ҙән 13.00 сәғәткә тиклем үткәрелә. Бөтә санитар-эпидемиологик талаптар күҙәтеләсәк”, - ти станция хеҙмәткәрҙәре.

Әлеге ваҡытта кире резус-факторлы өсөнсө ҡан төркөмө етешмәүе билдәле. Шулай уҡ дүртенсе ҡан төркөмөнә ихтыяж артҡан. Акцияның уңышлы үтеүенә табиптар ҙур өмөт бағлай.

Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас