Даирә
+20 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Марта 2021, 09:54

Бармаҡтарҙа актив нөктәләр бик күп

Уларҙың һәр береһе айырым орган менән бәйләнгән. Әлеге нөктәләргә массаж яһап ауыртыуҙы баҫырға мөмкин.

а) Ашҡаҙанға бәйле ауырыуҙар булғанда, имән бармаҡты ыуалар. Теш ауыртҡанда, был бармаҡтың тырнаҡ аҫтындағы нөктәне массажлайҙар.

б) Урта бармаҡҡа массаж яһау, ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген яйға һала. Былай эшләү ҡан баҫымы уйнамаһын өсөн дә кәрәк.

в) Үпкәлә тайпылыштар башланғанда, баш бармаҡты ыуалар. Баш бармаҡ тырнағының айга оҡшаған аҡ өлөшөнә баҫыу йүтәлде дауалай.

г) Стресс кисергәндә исемсһеҙ бармаҡҡа массаж яһайҙар.

д) Сәтәкәй бармаҡ йөрәк һәм эсәк менән бәйләнгән. Был бармаҡҡа массаж яһап, эс китеүҙән арынырға, йөрәк эшмәкәрлеген яйға һалырға мөмкин.
Читайте нас