Даирә
+19 °С
Ясно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Марта 2021, 04:43
Табипҡа яҙылыу номеры үҙгәрә
Яңы номер буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән 19 сәғәткә тиклем табипҡа, вакцина яһатыуға, табипты өйгә саҡыртыуға яҙылырға мөмкин.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙә берҙәм 1301 номеры тулы ҡеүәтенә эшләгән берҙән-бер төбәк. Был телефон номеры буйынса табиптарға алдан яҙылыу мөмкинлеге бар. Апрель айынан республика халҡына уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн был номерҙы еңелерәк иҫтә ҡалған берҙәм түләүһеҙ 122 номерына үҙгәртәсәктәр.
Көтөү ваҡыты бер минуттан да артмаясаҡ, тип вәғәҙә итә ведомство вәкилдәре. Был номер буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән 19 сәғәткә тиклем табипҡа, вакцина яһатыуға, табипты өйгә саҡыртыуға яҙылырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта белгестәргә регистратурала, телефон йәки интернет аша ла яҙылырға була.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tabip-a-ya-iliu-nomeri--g-r-721744/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!