Даирә
+33 °С
Ясно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Марта 2021, 17:34

Организмды нисек һәм ҡасан таҙартырға мөмкин?

Түбәндә өй шарттарында үҙаллы ҡулланып булырлыҡ саралар менән танышып китәйек һәм үҙебеҙгә күсереп алайыҡ.

Интернетта ниндәй генә таҙарыныу төрҙәрен тәҡдим итмәйҙәр. Бындай аҙымға барырҙан алда үҙеңде әҙерләргә, көйләргә кәрәк икәнлеген хәҙер белмәгән кеше юҡтыр. Тағы ла шуны оноторға ярамай: һәр таҙарыныу организмға зыян килтермәҫлек итеп башҡарылырға тейеш. Түбәндә өй шарттарында үҙаллы ҡулланып булырлыҡ саралар менән танышып китәйек һәм үҙебеҙгә күсереп алайыҡ.

1. Лимонлы-баллы эсемлек тотош организмды таҙартыу көсөнә эйә: ҡан тамырҙарын, ашҡаҙан-эсәк юлын, тирене. Бынан тыш, был сара иммунитетты күтәреүгә лә ҙур өлөш индерә ала.
Әҙерләү юлы ябай: бер стакан минераль йәки йылытылған ғәҙәти һыуға бер ҡалаҡ бал һәм бер лимондың һуты һалына. Шифалы эсемлекте көнөнә бер тапҡыр иртән эсергә. Ныҡлы таҙарыныу өсөн аҙна-ун көн тирәһе көнөнә ярты-бер литр ҡулланырға кәрәк.

2. Дегәнәк тамырынан яһалған төнәтмәне шулай уҡ тирегә һытҡы сығып ыҙалатҡанда ҡулланырға мөмкин. Ул шулай уҡ күп илдәрҙә шеш барлыҡҡа килеүҙән иҫкәртеүсе сара булараҡ киң билдәлелек яулаған. Май айында йыйылған тамырҙың файҙалы үҙенсәлектәре ифрат күп.
Әҙерләү: 3 ҡалаҡ тамырға 2 стакан һыу ҡойоп ҡайнатырға ла ашарҙан алда көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә. Бал ҡушып ебәргәндә лә була.
3. Кесерткән япрағы һәм тамырынан эшләнгән төнәтмәне ике аҙна тирәһе ай кәмеүгә киткәндә ҡулланырға мөмкин. Артығы ярамай, сөнки ул ҡанды ҡуйырта. Башҡа төрлө таҙарыныу сараһын да ай кәмегәндә ҡулланырға тырышығыҙ - һөҙөмтә яҡшы булыр.
Әҙерләү: 4 ҡалаҡ кесерткән япрағына йәки тамырына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтмә әҙерләп, уны һыуына биргәс тә эсегеҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр ҡулланырға. Алдан яҙылғанса, ике аҙнанан арттыҡ ҡулланмаҫҡа.
4. Бәпембә тамырынан төнәтмә лә организмды, шул иҫәптән тирене лә, яҡшы таҙартыусы булараҡ киң билдәле.
Әҙерләү: 1 ҡалаҡ ваҡланған үлән тамырына 1 стакан эҫе һыу ҡойоп 15 минут ҡайнатырға, һөҙөргә һәм ашарҙан 15 минут алда көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
5. Бауырҙы һәм ҡанды таҙартыу өсөн май менән бәйле сара ла иғтибарға лайыҡ. Иртән ниндәй булһа ла май ҡабып 10-15 минут ауыҙ эсендә әйләндереп йөрөтөргә, тик йоторға ярамай, аҙағынан теште таҙартып ҡуйырға була.
Фото:promyhealth.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Organizmdi-nisek--m-asan-ta-artir-a-m-mkin-725842/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас