Даирә
+19 °С
Ясно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Марта 2021, 17:12

Коронавирус сикләүҙәре индерелгәнгә – бер йыл

Был йәһәттән Андрей Назаров хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Хәтерегеҙҙә булһа, тап бер йыл элек, ошо аҙнала Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар индерелә башлағайны. Хәбәрселәр Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтан бының нисек булыуын хәтергә төшөрөргә һораған. Һәм ул социаль селтәрҙәрҙә хәтирәләре менән уртаҡлашты.
“Барыһы ла башланып ҡына торған саҡта бер кем бер нимә аңламай ине. Күҙ алдында ни бары Ҡытай һәм Италия тәжрибәһе генә булды. Ул оптимизм өҫтәмәне. Шуныһы аңлашыла ине: насарға әҙерләнергә һәм мөмкин булғанса мобилләшергә кәрәк. Беренсе этапта иң мөһиме паникаға юл ҡуймау булды. Иҫләйһегеҙме, кешеләр бәҙрәф ҡағыҙы, ҡарабойҙай һәм башҡа нимәләр алырға йүгерҙе? Ә битлектәр менән санитайзерҙар дефициты хәтерегеҙҙәме?
Ул саҡта Хөкүмәткә һаулыҡ һаҡлау менән генә түгел, ә башҡа мәсьәләләр менән дә шөғөлләнергә тура килде: логистика селтәрен ойоштороу, етештереүҙе яңы йүнәлештәргә көйләү һәм башҡалар. Төндәр буйы йоҡламай схемалар төҙөгән саҡтар булды. Көн һайын ғәҙәти осорға ҡарағанда йөҙ тапҡырға күберәк шылтыраталар ине.
Артабан етди рәүештә медицина менән шөғөлләнергә ваҡыт етте. Дөрөҫөрәге, быларҙың барыһы ла параллель рәүештә барҙы. Тәүҙә дауаханала урындар етмәй ине, ковид сирлеләрҙе башҡалар менән бер палатаға һалып булмай бит. Дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡора башланыҡ, әммә тиҙ арала яңы йоғошло сирҙәр госпитален төҙөргә ҡарар иттек. Уны рекордлы ваҡытта төҙөп бөттөк. Был турала күп һөйләнек, ҡабатлап тормайым.
Шуны ғына әйтәм, беҙ радикаль рәүештә ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙы хәл итеү механизмдарын үҙгәртек. Өйрәнелгән эҙмә-эҙлекле юл урынына бер юлы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәндек. Беҙҙең традицион бюрократияны минимумға еткерҙек. Тап ошо үҙәкте рекордлы срок эсендә төҙөп бөтөү мөмкинлеге бирҙе лә. Зубоволағы үҙәк иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды һәм пандемияның беренсе тулҡынын тынысыраҡ үткәреү мөмкинлеген бирҙе.
Көҙөн беҙ Стәрлетамаҡта икенсе ошондай үҙәк төҙөнөк. Беҙҙең ҙур төбәккә бер генә йоғошло ауырыуҙар үҙәге етмәүен аңлап өлгөргәйнек. Әле алдыбыҙҙа урындар етмәү проблемаһы тормай. Кемгә кәрәк, барыһын да дауаханаға һаласаҡбыҙ һәм барлыҡ ҡағиҙәләр буйынса дауалаясаҡбыҙ.
Иҡтисадты ҡотҡарыу – был икенсе айырым тема. Шулай уҡ тәүҙә Хөкүмәттә “ҡайнар” дебаттар булды. Әммә беренсел планды беҙ тиҙ арала формалаштырҙыҡ һәм аныҡ аҙымдар итеп теркәп тә ҡуйҙыҡ. Был көрсөккә ҡаршы беренсе пакет ине. Беҙ уны бизнес-йәмәғәтселектең фекерен мөмкин булғанса иҫәпкә алып булдырырға тырыштыҡ. Бының өсөн Ситуация үҙәге булдырҙыҡ.
Беренсе пакет сараларынан һуң, шунда уҡ икенсеһен башланыҡ. Дөйөм алғанда, беҙҙең ярҙам төрө менән 59 мең эшҡыуар файҙалана алды. Яңыраҡ, февралдә, өсөнсө пакетты ҡабул иттек. Ул ҙурыраҡ булып сыҡты һәм иҡтисадҡа ярҙам ғына түгел, ә үҫтереү өсөн дә йүнәлтелде.
Әле ошоларҙы иҫләйем дә: ә күберәк эшләп була инеме тип уйлайым? Моғайын, булғандыр. Һәм икенсе тапҡыр мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙең был көрсөккә ҡаршы тәжрибәбеҙ башҡаса бер ваҡыт та кәрәкмәҫ тип ышанғым килә, тик тормошта йәнә сюрприздар килеп сыҡһа, беҙ ул саҡта күпкә һөҙөмтәлерәк ҡаршы тора аласаҡбыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Koronavirus-sikl--re-inderelg-ng--ber-yil-721070/
Читайте нас