Даирә
+20 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Марта 2021, 04:45
Дөрөҫ туҡланаһығыҙмы?
Бөгөн күптәр сәләмәт йәшәү рәүешенә, дөрөҫ туҡланыуға ныҡ иғтибар бүлә. Төрлө диеталар менән мауығыусылар уларҙың ниндәй генә төрөн һынап ҡарамай. Әммә һәр нәмәлә сама белергә, табиптар кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.
Әлфиә Алтынбаева – терапия, гирудотерапия, һөнәри ауырыуҙар буйынса махсуслашыусы табибә, шул уҡ ваҡытта туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу, кәүҙә матурлығын һаҡлау, артыҡ ауырлыҡҡа ҡаршы көрәшеү йәһәтенән дә ғәмәли эшләүсе белгес булараҡ танылған. Ул социаль селтәрҙәрҙә тормошсан кәңәштәр бирә, табип булараҡ, төплө фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Уның тап ошо йүнәлештәге кәңәштәре күптәр өсөн файҙалы, фәһемле булыр.
“Сәләмәт йәшәү рәүешен бәләкәй генә аҙымдарҙан башлағыҙ, әкренләп уларҙы даими ғәҙәткә әйләндерегеҙ. Күпмелер ваҡыт үтеүгә һаулығығыҙ хаҡында хәстәрлек күреүегеҙҙең тәүге емештәрен татып ҡыуанырһығыҙ”, – ти табибә.
Сәләмәтлекте һәм матурлыҡты һаҡлау өсөн көнөнә биш-алты тапҡыр туҡланыу кәңәш ителә. Ни тиклем яратһағыҙ ҙа, макарон һәм картуфты аҙнаһына бер тапҡыр ғына ашарға тырышығыҙ. Көнбағыш майынан тыш, рационығыҙға етен, зәйтүн майҙарын да индерегеҙ, уларҙы салатҡа ла, бутҡаға ла ҡушырға мөмкин. Тәмле-татлыһыҙ (шоколад, зефир, мармелад) тора алмаһағыҙ, уларҙы төшкә тиклем ашау яҡшы. Тоҙ менән мауыҡмағыҙ, уның беҙҙең организмға кәрәкле миҡдары өс телем икмәктә тупланған. Ашҡа тоҙҙо бешеп сыҡҡас һалырға ғәҙәтләнегеҙ.
“Киске алтынан һуң ашарға ярамай тигән диетаға ҡаршымын, сөнки ашағандан һуң өс сәғәт ваҡыт үтеүгә асығыу тойғоһо башлана. Йоҡо алдынан бер нисә сәғәт дауамында асығып, беҙ организмды көсөргәнеш алдына ҡуябыҙ, был нервы системаһына кире йоғонто яһай, неврозға килтерә. Шуға күрә киске аш йоҡларҙан өс сәғәт алда булһа – иң яҡшыһы. Әгәр киске аштан һуң асығыу тойғоһо барлыҡҡа килһә, бер процентлы кефир эсегеҙ”, – тип кәңәш итә Әлфиә Алтынбаева.
Фото: zanmsk.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!