Даирә
+21 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Марта 2021, 17:08

Вирус ғүмерҙәрҙе ҡыя...

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың тағы өсәүһе вафат булған.

Пандемия осоронда вирус ҡорбандары һаны 308 кешегә етте. Тәүлек эсендә 130 ауырыуға коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылды. Шулай итеп, сирҙе йоҡторғандар иҫәбе республикала 30 меңдән ашты.
Әле стационарҙарҙа 292 пациент дауалана, 19-ы ауыр хәлдә, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына туғыҙ ауырыу тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 5 130 сирле дауалана. Тәүлек эсендә 222 кеше һауыҡҡан. Пневмония диагнозы йәнә 158 пациентҡа ҡуйылған, 24 сәғәт эсендә 132 ауырыу дауахананан һауығып сыҡҡан.
Республикала эпидемиологик хәл “Роспотребнадзор” идаралығы контролендә. Сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерергә, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Бөтә өмөт - тәьҫирле вакциналарҙа, әлегә тынысланырға урын юҡ, һиҙгерлекте юғалтырға ярамай.
Фото: Башинформ
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас