Күптән түгел АҠШ-та, Appetite журналында илдең бер нисә университеты ғалимдарының тикшеренеүҙәре донъя күргән. Белгестәр ике аҙна дауамында Нью-йорктағы бер кафеға йөрөгән кешеләрҙең ҡылыҡтарын күҙәткән. Был туҡланыу ойошмаһында башҡа төрлө аҙыҡ-түлек менән бер рәттән сендвичтар ҙа тәҡдим итәләр икән. Кешеләрҙең һайлау мөмкинлеге бар: уны һалҡын йә йылытылған килеш ашарға мөмкин.
Ғалимдар шуға иғтибар иткән: һалҡын килеш ашағандар ике тапҡырға йышыраҡ тағы ла өҫтәп чипсы йә печенье кеүек тәғәмгә заказ биргән. Ә йылытылған сендвичҡа өҫтөнлөк биргәндәр уның менән генә мөрхәтһенгән.
Ошондай уҡ хәл йылы һәм һалҡын эсемлектәр тәҡдим иткән кафела ла күҙәтелгән: һатып алыусы һалҡын эсемлеккә өҫтөнлөк бирһә, улар өҫтәмә рәүештә круассан йә маффин һатып алған.
Ғалимдар фекеренсә, кешеләр төпкөл аң менән “һалҡын аш туйҙырмай” тип ҡабул итә һәм инстинктив рәүештә асығыуҙы баҫыу өсөн өҫтәмә аҙыҡ ала.
Тағы бер үҙенсәлекте иҫтә тотоғоҙ: аш-һыуҙың температураһы уның тәменә һәм еҫенә тәьҫир итә. Аш ни тиклем йылыраҡ, ул шул тиклем татлыраҡ та, еҫе лә тәмлерәк. Шуға ла ул тойоу ағзаларына нығыраҡ тәьҫир итә һәм туйыу тойғоһон бирә.
Тикшеренеү авторҙарының береһе, университет профессоры Ратджерс Морин Моррин (Maureen Morrin) былай тип белдерә: “Һалҡын аҙыҡҡа өҫтөнлөк биргәндәрһең тән ауырлығы ҙурыраҡмы, әйтә алмайым, әммә беҙҙең тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: кемдәр күпме ашағанын һәм тән ауырлығын контролдә тоторға йыйына, улар йылы аштарға өҫтөнлөк бирергә тейеш”.
Фото: vokrugsveta.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.