Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Февраль 2021, 23:50

Нисек 2 минут эсендә йоҡлап китергә?

Йоҡоһоҙлоҡ һәм йоҡо туймау бер кемгә лә файҙаға түгел. Әгәр һеҙ йоҡлап китә алмайынса бер яҡтан икенсе яҡҡа әйләнгеләп ятаһығыҙ икән, хәрбиҙәрҙең йоҡлап китеү ысулын ҡулланып ҡарағыз. Әлеге ысул 2 минут эсендә тәмләп йоҡлап китергә мөмкинлек бирә.

Беренсенән, үҙегеҙгә уңайлы булған поза һайлағыз.
Икенсенән, бит мускулдарының көсөргәнешен бөтөрөгөҙ.
Кешенең бите 43 мускулдан тора – һәм күбеһенсә һеҙҙең стресс кисереүегеҙ тураһында тәнегеҙ нәҡ уларҙан беләсәк (йәки, киреһенсә, барыһы ла тәртиптә, именлектә йоҡларға була тигән физиологик сигнал ала). Шуға күрә күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ һәм маңлай, бит, тел һәм аҫҡы теш ҡаҙнаһында булған көсөргәнеште бөтөрөгөҙ. Шунан һуң һеҙ һулышығыҙҙың тәрәнерәк һәм әкренерәк була барыуын һиҙерһегеҙ. Хәзер күҙҙәрегеҙҙән дә көсөргәнеште бөтөрөгөҙ.

Елкәләрегеҙҙе төшөрөгөҙ. Уларҙың ауырлығын тойоғоҙ һәм тулыһынса төшөрөгөҙ. Муйынығыҙҙың артҡы өлөшөн йомшартығыз. Тәрән итеп һулыш алығыҙ һәм әкрен генә уны сығарығыҙ.
Хәҙер ҡулдарығыҙға күсегеҙ: уларҙың ауырайыуын һәм көсөргәнеш бөтөүен тойоғоҙ. Аяҡтарығыҙҙағы көсөргәнеште лә бөтөрөгөҙ.
Хәҙер тынысланығыҙ. Бының өсөн:

– Мәҫәлән, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һеҙ йылы көннө тыныс күл буйынса йөҙгән кәмәлә ятаһығыҙ, өҫтә – зәп-зәңгәр күк, унда әкрен генә, теләр-теләмәҫ кенә болоттар йөҙә...

Йә булмаһа, ҙур ҡара бәрхәт гамакта ятаһығыҙ һәм бар ерҙә, ҡайҙа ғына ҡарамағыҙ, рәхәт ярымҡараңғылыҡ...

Башҡа фекерҙәргә әлеге «картинағыҙҙы» боҙарға рөхсәт итмәгеҙ, бөтә иғтибарығыҙҙы уға йүнәлтегеҙ, 10 секунд буйынса ләзззәтләнегеҙ.

– Тағы бер ысул – «уйлама... уйлама... уйлама», тип ҡабатлау. Шулай уҡ башҡа фекерҙәргә юл куймайынса, был халәтте оҙаҡҡарак тотҡарларға кәрәк.



Бына шулай: әгәр ҙә һеҙ, кәүҙәгеҙҙәге көсөргәнеште бөтөрөп, зиһенегеҙҙе тулыһынса 10 секундҡа азат итһәгеҙ, һис шикһеҙ, йоҡлап китәсәкһегеҙ.



Автор : Шаһиева Гөлназ
Фото: rheumo.ru
Читайте нас: