Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Февраль 2021, 23:01

Үпкә яман шешен кешенең көлөүенән дә белеп була

Америкалағы онкологтар йәмғиәте үпкә яман шешен турынан-туры булмаған билдәләр буйынса ла танып белеп була, тигән һөҙөмтәгә килгән, тип белдерә Daily Express.

Табибтар һүҙҙәре буйынса, был сирҙең иң таралған билдәләренең береһе – күкрәк ситлегендәге ауыртыу. Көлгәндә, тәрән итеп һулыш алғанда һәм йүтәлләгәндә был ауыртыу көсәйә. Был симптом үпкәләрҙең томаланыуына (закупорка), унда шыйыҡса йыйылыуға, лимфа төйөндәре ҙурайыуы һәм төрлө шештәргә күрһәтә ала.
Үпкәләрһең яман шешен башҡа ысулдар ярҙамында ла асыҡлап була. Мәҫәлән, оҙаҡ үтмәй торған ҡанлы бүлендектәре булған йүтәл, тауыш ҡарлығыу, аппетит юғалыу, кинәт ябығыу, тиҙ арыусанлыҡ, хәлһеҙлек һәм бронхит, пневмония менән үтә лә йыш сирләүлҙәр. Ә инде үпкәнең өҫкҫ өлөшөндә Панкост яман шеше барлыҡҡа килгән осраҡта бер күз ҡабағының аҫҡараҡ төшөүе йәиһә уның “хәлһеҙ” булыуы, күҙҙәрҙең береһендә бәбәктең кесерәйеүе күзәтелә. Башҡа органдарға зыян килгәндә кеше һөйәкләрендәге ауыртыуҙан, быуындар шешеүенән, баш ауыртыуһан, ҡул-аяҡтарҙың ойоуынан ыҙаланырға мөмкин.

Автор : Әлфиә Шәкирйәнова. Чыганак: Lenta.ru
Фото: wallbox.ru
Читайте нас: