Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Февраль 2021, 12:21

Диспансерлаштырыу ниңә кәрәк?

Уны үтеү өсөн ял көндәре ниндәй шарттарҙа бирелә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Сиратта мәсьәләһе нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар - яҙмала.

Өлкәндәргә диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк? Ул кемгә файҙалы?
Диспансерлаштырыу хроник сирҙәр үҫеше хәүефен тыуҙырған төп факторҙарҙы иртә осорҙа асыҡлауға, тимәк, инвалидлыҡты кәметеү, ваҡытынан алда вафат булыуҙы иҫкәртеү һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән.
Диспансерлаштырыуҙы кем үтә ала?
Был сара өс йылға бер тапҡыр 18 йәштән үткәрелә башлай. Граждандарҙың ҡайһы бер категорияһына – йыл һайын, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, диспансерлаштырыу үтергә тейешле кешеләргә был ҡағылмай:
Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары;
“Ҡамауҙағы Ленинградта йәшәүсегә” билдәһе менән наградланғандар;
дөйөм сир, хеҙмәттә йәрәхәтләнеү һәм башҡа сәбәптәр һөҙөмтәһендә инвалид булып танылғандар.
Йәштәре буйынса диспансерлаштырыу осорона тура килмәгән кешеләр медицина тикшереүе үтә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Граждандар диспансерлаштырыуҙы йәшәү урыны буйынса медицина ойошмаһында үтә. Бының өсөн регистратура йәиһә 13-03 телефоны аша, йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға, шулай уҡ диспансерлаштырыу кабинетына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Быйыл күпме кешене диспансерлаштырыу планлаштырыла?
2021 йылда 939 058 кешегә медицина тикшереүе үткәреләсәк (749 457 кеше - диспансерлаштырыуға ярашлы).
Диспансерлаштырыу үтеү өсөн ял көндәре ниндәй шарттарҙа бирелә?
2019 йылдың 1 ғинуарынан диспансерлаштырыу өсөн түләүле ял көнө биреү тураһында хеҙмәт законының яңы нормалары ғәмәлгә инде. Хеҙмәткәрҙәр һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге законға ярашлы, диспансерлаштырыу үткәндә өс йылға бер тапҡыр бер эш көнөнән азат ителә ала. Эш урыны һәм уртаса хеҙмәт хаҡы һаҡлана.
Ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләүгә хоҡуҡ биргән йәшкә етмәгән хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән срогынан алда, ошо йәшкә еткәнсегә тиклем биш йыл дауамында, һәм ҡартлыҡ буйынса йәки выслуга буйынса пенсия алыусы хеҙмәткәрҙәр диспансерлаштырыу үткәндә ике көнгә эштән азат ителә. Эш урыны һәм уртаса хеҙмәт хаҡы һаҡлана. Бының өсөн эш биреүсегә ғариза яҙырға кәрәк. Диспансерлаштырыу үткәндән һуң табип, датаһын һәм ваҡытын күрһәтеп, белешмә бирергә тейеш. Диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үткәндән һуң пациентты терапевт ҡабул итә, һәм һөҙөмтәләргә ҡарап сәләмәтлек торошо төркөмө билдәләнә. Икенсе этапта гражданды тар белгестәр тикшерәсәк һәм өҫтәмә клиник-диагностик тикшеренеүҙәр үткәреләсәк.
Диспансерлаштырыу нисек ойошторола? Сиратта күпме көтөргә тура киләсәк?
2020 йылдан яңы коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефе һаҡланған шарттарҙа ваҡытлыса методик рекомендациялар нигеҙендә диспансерлаштырыу алдан яҙылыу буйынса ойошторола. Сара үтеү өсөн яҙылған пациенттарҙың коронавирус менән сирле кеше менән бәйләнеше, пневмония менән ауырыуы электрон амбулатор карта буйынса өйрәнелә. Хеҙмәткәрҙең эш урынында ял көнө алырға мөмкинлеге булмаһа, диспансерлаштырыуҙы шәмбелә үтергә мөмкин. Граждандарҙың льготаға эйә категорияһы сараны сиратһыҙ үтә ала.
Фото: diaru.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: