Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Февраль 2021, 17:50

“Тубыҡтарым шығыр-шығыр килә...”

Тәү ҡарамаҡҡа тубыҡтарҙың шығырлауына артыҡ иғтибар бирмәүең дә бар, ауыртып йонсотмай бит әле. Уның сәбәбен асыҡлағанға ҡәҙәр йәште билдәләргә кәрәк, ти табиптар. Йәштәрҙә тубыҡтарҙың шығырлауы, өлкән пациенттарҙан айырмалы, бөтөнләй башҡа сәбәптән булыуы ихтимал.

- Әгәр егет быға тиклем бер ниндәй ҙә имгәнеү алмаған булһа, ә шығырҙау бары сүкәйгәндә йәки ниндәйҙер хәрәкәт яһағанда барлыҡҡа килһә һәм ауыртмаһа, был ортопедтарҙы һағайтырлыҡ хәл түгел, - ти травматолог Алексей Баженов. - Әгәр йәш кеше тубығын йәрәхәтләгән булһа, уның эске структураларының (мениск һәм тарамыштарҙың) зарарланыу билдәһе булыуы мөмкин. Был осраҡта тубыҡтың ауыртыуы, шешеүе, тубыҡтың тотороҡһоҙлоғо күҙәтелә.
Оло кешеләр йыш ҡына тубыҡтары ауыртыуына зарланыусан. Атлағанда ла, хатта тыныс ҡына ултырғанда ла уларҙың шығырҙап ауыртыуы ихтимал. Бының артроз менән бәйле кимерсәктәрҙең туҙыу йәки зарарланыу билдәһе булыуы мөмкин.
- Ҡайһы берәүҙәрҙә ул йәш саҡтарында спорт менән әүҙем шөғөлләнеү йәиһә ҡаты йәрәхәтләнеү һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килә. Кәүҙә ауырлығының норманан артыҡлығы ла йыш ҡына тубыҡтарҙың ауыртыуына, тотороҡһоҙлоғона килтерә. Олоғайыу менән кимерсәктәр зарарлана, һығылмалылығын юғалта. Тубыҡ быуынындағы кимерсәк даими кәүҙә ауырлығы аҫтында булғанға күрә тиҙерәк эшлектән сыға. Тән массаһын нормала тотоуҙың мөһимлеген аңлағанһығыҙҙыр, быуындарығыҙҙың сәләмәтлеге тап уның ауырлығы менән бәйле, - ти табип.
Тубыҡтарҙа шығырҙау әллә ни проблема тыуҙырмаған төҫлө тойолһа ла, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өҫтәүенә ауыртыу тойолоуы йәки бер тубыҡтағы быуындар шығырҙаһа ла, икенсеһендә был хәлдең күҙәтелмәүе һеҙҙе һағайтырға тейеш. Табип ниндәй шарттарҙа быуындар ауыртыуын асыҡлай (баҫҡыстан күтәрелгәндә, йүгергәндә һ.б.). Быуындарҙа төрлө үҙгәрештәр башланған булыуы бар. Тәжрибәле табип һорашыу һәм пациентты ентекле тикшереү һөҙөмтәһендә ҡатмарлы технологиялар ҡулланмайынса ла сир сәбәбен тиҙ эҙләп таба ала. Өлкән кеше ортопедҡа барыр алдынан рентгенографик тикшереү үтһә, бик яҡшы булыр.
“Эште кәүҙә ауырлығын нормаға килтереүҙән башлайбыҙ. Артроздың аҙыуын иҫкәртеү өсөн бассейнда йөҙөүҙе, тубыҡтар өсөн гимнастика тәҡдим итәбеҙ. Скандинавтарса йөрөү ҙә файҙалы. Ауыртыуҙарҙы баҫыусы препараттарҙы, инъекцияларҙы бары табип тәғәйенләй. Әгәр ҙә бер сара ла ярҙам итмәһә, ә артроз үҙгәрештәрен рентген һүрәттәре яҡшы күрһәтһә, тубыҡ быуынын эндопротез менән алыштырырға мөмкин,” - ти травматологтар.
Артем Ленц фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: