Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Февраль 2021, 19:00

D витаминынан файҙа юҡ?

Австралияның 60-84 йәштәрҙәге 16 мең кешеһе ҡатнашлығында үткәрелгән тикшереүҙәр барыһын да уйға һалған бит әле...


Был халыҡтың яртыһы 5 йыл дауамында(!) көн һайын 60000 халыҡ-ара берәмлек дозаһында Д витаминын өҫтәмә ҡабул иткән. Икенсе яртыһына – был витаминһыһ өҫтәмә бирелгән. Ҡатнашыусылар көн һайын үҙҙәренең сәламәтлеге тураһында отчет биреп барганнар. 2600 кеше һаулыҡтары тураһында ҡышҡы 8 аҙна дауамында көндәлектәр ҙә тултыра барған.

Клиник тикшереүһәр һөҙөмтәһе шуны күрһәткән: Д витамины ҡабул итеүселәр ҙә, уны ҡулланмаусылар ҙа һалҡын тейҙереүҙәр йәки грипп менән зарарланып, бер иш сирләгәндәр.

Ләкин... Д витаминының файҙаһын бөтөрөп ташларға ла ярамай: сөнки, уны ҡабул итеүселәрҙең был ауырыуҙарҙы, башҡалар менән сағыштырғанда, еңелерәк үткәреүе билдәле булған.

https://omet-rb.rbsmi.ru/articles/s-lam-tlek/D-vitami..
Фото: lk.greengorillaz.ru
Читайте нас: