Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Февраль 2021, 10:35

Вакцинация үтергә лә был сирҙе оноторға!

Илебеҙҙә бар донъяны тетрәткән COVID-19-ға ҡаршы күләмле вакцинация бара. Уны медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, хәүефле категорияға ингәндәр төркөмө генә түгел, башҡалар ҙа эшләтә. Беҙҙең районда ла был мөһим кампания старт алды.Вакцинация, уның барышы тураһында үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Камалетдинов менән әңгәмәләштек.


- Салауат Хәниф улы, вакцина был сирҙе йоҡтороуҙан 100 процентҡа һаҡлай аламы?
- Донъяла бер вакцина ла кешене ауырыуҙан 100 процентҡа һаҡлай алмай. Әммә прививка хәүефте кәметә - был ысынбарлыҡ. Әгәр ҙә кеше сирләй ҡалһа, ул ауырыуҙы еңелерәк үткәрәсәк.
- Вакцинаның тәьҫире нисек?
- Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, вакцина ауырыу йоғоуҙан ике йылға тиклем һаҡлай ала. Дөрөҫөн ике йыл үткәс кенә белә алабыҙ инде...
- Прививканы башҡарыу стадияһы тураһында һөй­ләһәгеҙ ине.
- Вакцинацияға тиклем табип пациентты ҡарап, әңгәмә үткәрә. Ул пациент­тың сәләмәтлек торошон иҫәпкә алып, прививкаға рөхсәт бирә. Бында тән температураһы үлсәнә, әгәр ҙә ул 37 градустан юғары икән, прививка яһалмай. Шулай уҡ сатурация, ҡан баҫымы үлсәнә, хроник сирҙәр барлығы ла иҫәпкә алына. Шунан табип вакцина тураһында белешмә бирә, пациенттан ризалыҡ алғас, прививка яһау бүлмәһенә ебәрә. Прививка яһағандан һуң ярты сәғәт тирәһе күҙәтеү аҫтында булыу кәрәк. 21 көндән һуң мотлаҡ рәүештә икенсе укол яһала. Хроник сирҙәрҙең киҫкенләшкән осоро булғанда, шулай уҡ онкология сирлеләргә рөхсәт ителмәй, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм пнев­мония менән ауырығандарға ла әлегә ярамай.
- Вакцинациянан һуң һаҡ­ланырғамы?
- Эйе, кәрәк. Алкоголь ҡулланырға, һыу проце­дура­лары яра­май, битлек кейергә, кеше күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа кәрәк.
- Прививка яһатыуға сират бармы?
- 18 йәштән өлкән теләгән кеше прививкаға яҙыла ала. Вакцина һәр бер кешегә етмәүе лә ихтимал, шуға сират булыуы ла мөмкин.
- Вакцина үтеү өсөн нисек сиратҡа баҫырға?
- Коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн төрлө ресурстар аша яҙылырға мөмкин: дәүләт хеҙмәттәре порталы, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы йәки doctor.bashkortostan.ru берҙәм медицина порталы, 1301 һәм 122 һандары буйынса колл-үҙәктең берҙәм телефоны, 8-347-218-19-19, 8-(34765) 2-14-56 һандары буйынса район үҙәк дауа­ханаһының теркәү бүлегенә шылтырата алаһығыҙ.
Роберт Сәлихов,
Иҫке Муса ауылы:
- Миңә эшем буйынса иле­беҙҙең төрлө урындарында бу­лырға, шулай уҡ сит илгә лә сығырға тура килә. Шуға күрә был йо­ғошло сирҙән һаҡ­ланыу һәм баш­ҡа­ларға ла зыян бул­маһын өсөн үҙ те­ләгем менән при­вивка яһатам. Төп көс менән ауырыуҙы еңә алырбыҙ, тип уйлайым.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА әңгәмәләште.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотолары.
Читайте нас: