Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Февраль 2021, 10:38

Сәләмәтлеккә юл

Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткәндәрҙең күбәйеүе һөйөндөрә. Һәр бер ауылда тип әйтерлек скандинав таяҡтары менән атлағандар осрай. Ҡыштарын саңғыла, йәйҙәрен велосипедта йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, хәҙер кешеләр башҡалар ни әйтер, тип оялып тормайҙар, ки­ре­­һенсә, уларҙың сафтары арта ғына бара. Бел­гестәр әйте­үенсә, шатла­нып, рәхәт­лә­неп йөрөүҙең файҙаһы күберәк тә. Ҡарлыман ауылынан Зем­фира Абакачева ла хәрәкәтте көндәлек тор­мо­шона индереп, ҡәнә­ғәтлек алыусылар иҫә­бен­дә. Унан ошо турала һөйләүен һора­ныҡ.

- Ҡарлыман ауылына Осло­ҡай тауы әллә ҡай­ҙан йәм биреп тора. Уның түбәһенә яҙ-йәй­ҙә­рен кү­тәрелеүселәр байтаҡ ҡы­на. Унда менһәң, хозур тәби­ғәтебеҙ тағы ла мату­рыраҡ булып күренә. Тау итәгенән ауылыбыҙ йә­йелеп китә. Бынан үт­кән-һүт­кән ма­ши­­налар, сик­һеҙ баҫыу­ҙар, ир­кен ялан­дар күренә. Хәҙер инде кескәй генә булып ҡалһа ла, Аҡ­күл дә алыҫ­тан ялтырап, йәм биреп тора.
Ослоҡайҙың ҡар­шы­һын­да ғына беҙҙең йор­тобоҙ урын­лаш­ҡан. Дүрт йыл элек уның тү­бәһенә матурлыҡты кү­реп, һоҡ­ланыр өсөн генә менгеләй инем. Ғөмү­мән, тау ба­шын­да бөтә донъя, ауыр­лыҡтар онотола ул. Шу­лай, аҙаҡ төшкәндән һуң, тын алыу­ҙарым ир­кенә­йеп киткәнен тоя башла­ным. Шунан хәҙер көн һа­йын тиерлек тау башы­на кү­тәреләм. Ауыл­дан дүрт саҡрым тирәһе урын­лашҡан Ҡар­лыман мәмерйәһенә (уны ауыл­даш­та­ры­быҙ Осло­таш тип йөрөтә) тик­лем дә ат­лауҙы ғәҙәт итеп алдым. Әлбиттә, нисә саҡрым йөрөгә­нем­де белер өсөн телефоныма аҙым­дарҙы үлсәүсе махсус ҡу­шым­та ҡуйҙырып алдым. Кеше көнөнә 10 мең аҙым яһар­ға те­йеш, тиҙәр бит. Хә­рәкәт итә тор­ғас, һө­ҙөм­тәһе лә булды. 95 ки­лограмм тартһам, яйлап тән ауыр­лығым 69 кил­ог­рамға тик­лем төштө. Элек тиҙ арый, тын ҡы­ҫыла, аяҡтарым һыҙлай, аш­ҡа­ҙан эшмәкәрлегем насар ине. Хәҙер иһә тын алыу­ҙарым иркенәйҙе, аяҡ­тарым һыҙлауы онотолдо, аш та тиҙ үтә. Ябығып, үҙем­дә шул тиклем еңел­лек тоям. Кәйеф тә күт­ә­релде. Шулай уҡ ике таяҡ менән атлау­ҙан тыш, ска­кал­кала һикерәм, әк­рен­ләп йүгерәм, саңғыла ла йөрө­йөм. Хәрәкәт инде минең көн­дә­лек тормо­шома инде. Унан башҡа үҙемде күҙ алдына ла килтерә ал­майым. Минең өлгөлә хәҙер әхи­рәттәрем дә саф һауала йөрөргә сы­ға. Беҙ бергәләшеп тау­ға күтә­реләбеҙ, алыҫ аралар­ға атлайбыҙ. Атлап йөрөү төрлө йәштәге бар кеше­ләргә лә сәлә­мәт­лекте һаҡ­ларға ярҙам итә, тигән ҡарарға килдек. Баш­­ҡа­ларға ла күберәк хәрәкәт итер­гә, сәлә­мәт­лек­тәрен хәстәрләргә кә­ңәш итәм.
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.
Читайте нас: