Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Февраль 2021, 18:06

“Миндә коронавирус түгел, бары һалҡын тейгән!”

Хәҙер эргәңдә берәйһе сөскөрөп ебәрһә лә, терт итеп ҡалаһың: мәкерле коронавирус түгелме икән? Тымаулап йөрөгәндәрҙән шикләнергәме?

Айырыуса йәмәғәт урындарында “һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар”, тигән уй менән тамаҡ ҡырған кешеләрҙән дә арыраҡ торорға тырышаһың. Коронавирус инфекцияһы менән һалҡын тейеү билдәләрен айырыуы күптәргә ҡыйын. Эксперттарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ.
British Heart Foundation мәғлүмәттәренә ҡарағанда, коронавирусҡа температура күтәрелеүе хас, еҫ һәм тәм һиҙеү юғала. Һалҡын тейгәндә ғәҙәттә был билдәләр күҙәтелмәй. Кеше танау аша яҡшы тын алып та, әммә еҫ һәм тәм тойоуҙы юғалтһа, унда коронавирус булыуы бик ихтимал .
Һалҡын тейгәндә кеше йыш ҡына сөскөрә, тымау тейеүе, танауҙан шыйыҡса ағыу яфалай. Былары коронавирусҡа хас билдә түгел, ти эксперттар. Әгәр кешелә температура күтәрелеүе, йүтәл көсәйеүе, еҫ һәм тәм тойоу юғалыуы күҙәтелһә, һағайыу өсөн урын бар. Был билдәләр коронавирус инфекцияһына хас. Нисек кенә булмаһын, ауырыу билдәләре күренеү менән табипҡа күренеү, тейешле дауа алыу мөһим. Киҙеү ҙә, киҫкен респиратор вируслы сирҙәр ҙә эргәбеҙҙә генә. Шуға күрә тымаулаған, һалҡын тейгән хәлдә лә өйҙә дауаланыу, йәмәғәт урындарына йөрөмәү тороу хәйерле.
Фото:uhogorlor.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: