1. Ҡабығы менән һыуҙа бешерелгән картуфҡа тоҙҙо шунда уҡ, ә бутҡаға әҙер булыр алдынан һалалар.
2. Балыҡ һурпаһына тоҙҙо бешерергә ҡуйыр алдынан, ә ит һурпаһына аҙаҡтараҡ өҫтәйҙәр.
3. Фасолдән әҙерләнгән блюдоларҙы алдан тоҙларға тәҡдим ителмәй, сөнки бешеү ваҡыты күпкә оҙаясаҡ. Гарнирға әҙерләнгән йәшелсә, мәҫәлән, кишер, кәбеҫтә, тоҙло һыуҙа тәмлерәк булып бешәсәк.
4. Тоҙ һуттың тиҙ бүленеүенә булыша, шуға күрә итте йәки йәшелсәләрҙе алдан тоҙлап ҡуйырға ярамай.
5. Ә бына һуттары әскелт булған (ташҡабаҡ, кәбеҫтә) йәшелсәләрҙе алдан тоҙлау һәйбәтерәк. Айырылып сыҡҡан һуттарын түгәһең.
6. Ит һәм ҡуҙаҡлыларҙы тиҙерәк бешереү өсөн тоҙ һалынмаған һыуҙа ҡайнатырға кәрәк.
Фото:mgazeta.com
Автор: Дина Арсланова.