Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Февраль 2021, 17:08

Вирусты тиҙ асыҡлаусы яңы тест әҙер!

Быныһы шатлыҡлы, өмөтләндереүсе хәбәр: яңы коронавирус инфекцияһы ҡуҙғытҡысын тиҙ асыҡлаусы тест уйлап табылған.

Беҙҙең ғалимдарыбыҙҙың ҡаҙанышы был, Роспотребнадзорҙың Үҙәк эпидемиология ғилми-тикшеренеү институтында ябай ҙа, арзан да, сифатлы ла тест етештерелгән.
Өҫтөнлөктәре байтаҡ, беренсенән, нуклеин кислоталарын асыҡлау ваҡыты ҡыҫҡара. Икенсенән, тест үткәреүҙең дөйөм ваҡыты өс-дүрт тапҡырға кәмей. Яңы тесты хәҙерге лабораторияларҙа үткәреү мөмкинлеге бар, бөтә диагностика инфраструктураһы әҙер, ти белгестәр. Шуның менән бергә тест өсөн бөтә кәрәкле компоненттар ҙа үҙебеҙҙә етештерелә, сит илдәрҙән һатып алыу ихтыяжы бөтә. Диагностика йыйылмаһы башҡа институттарҙа ла уңышлы һынау үткән, ул бөтә заманса Европа талаптарына яуап бирә.
Фото:коронавирус-онлайн.рф
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: