Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Февраль 2021, 17:03

Һыуҙың да була төрлөһө...

Беҙҙең Алайғыр ауылында ла һыуҙы дауахана янындағы дөйөм ҡоҙоҡтан алабыҙ. Сифатлымы, әллә юҡмы – быныһын әйтә алмайбыҙ. Транспортбулмағас ҡыйыныраҡ, һәр ваҡыт кемгәлер үтенеү ҙә уңайһыҙ. Ҡышын ҡар иретәм, ә йәйен ямғыр һыуын ҡулланабыҙ. Ҡасан да булһа Алайғырға цивилизациякилеп етеп, крандан сифатлы һыу ағыҙып эсербеҙ, тип ышанам.

Билдәле булыуынса, кеше организмы 50- 86 процент һыуҙан тора (яңы тыуған балала
– 86 процент булһа, оло йәштәгеләрҙә ул яҡынса 50 процент тәшкил итә).
Э йе, тормошобоҙ һыуға ныҡ бәйле. Организм тулы ҡеүәттә үҙ функцияларын үтәһен өсөн тәүлегенә ике литр
тирәһе һыу эсергә кәрәк, тиҙәр. Был мат дә -
ләр алмашыныуын яҡшырта, күҙә нәктәрҙе
туҡландыра, организмдағы токсиндарҙы
сығара.
Шул уҡ ваҡытта һыуҙағы насар матдә -
ләр ҙең организмға зарар килтереүе лә бил -
дәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙә ребеҙгә ки -
леп етеүсе һыуҙы тап-таҙа тип әйтеп булмай.
Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан тикшереү өсөн алынған һәр һигеҙенсе проба биологик, һәр бишенсеһе химик күрһәткестәр буйынса дәүләт стандарт тарына тура килмәй. Бының ике сәбәбе бар – сығанаҡтарҙың бысраныу дәрәжәһе юғары булыуы һәм һыу үткәргес торбаларҙың туҙыуы. Ғөмүмән, насар матдәһеҙ һыу булмай, тиҙәр. Ләкин улар норманан ашып китергә
тейеш түгел. Мәҫәлән, бер литр һыуҙа 5
миллиграм цинк булһа һаулыҡҡа зыян
килмәй, ә тере гөмөштөң ун меңдән бер
миллиграмы ла кеше организмына хәүеф менән янай икән.
Бөтә донъя сәләмәтлек ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, барлыҡ ауырыуҙарҙың 85 проценты һыуҙың сифаты насар
булыуға бәйле. Химик элементтары тейешле күләмдә булмаған һыу ашты эшкәртеү процесына йоғонто яһай, файҙалы матдә -
ләрҙе эшкәртә алмай. Хатта сифатһыҙ һыу ҡабул иткән дарыуҙарҙың да файҙаһын
кәметә икән. Был витаминдарға һәм башҡа кәрәкле элементтарға ла ҡағыла.
Ә бына дистиллирланған, йәғни тулыһынса таҙартылған һыу шулай уҡ көндәлек
ҡулланыу өсөн бармай, сөнки унда микроэлементтар юҡ.
Һыуҙы ҡайнатып ҡына эсеүселәр ҙә бар. Тик ҡайнатып ҡына уны таҙартыуға ирешеп
булмай. Температураһы 100 градусҡа еткән һыуҙа кислород юҡ, шуға күрә молекулалар үҙ функцияларын үтәмәй, тип иҫбатлай
тикшеренеүселәр. Быға улар тормоштан төрлө миҫал килтерә. Мәҫәлән, гөлдәргә бындай һыуҙы һибеү менән улар ҡорой, йәмһеҙләнә башлай. Ә аквариумдағы иң әрһеҙ балыҡтар ҙа һәләк була.
Ҡайһы берәүҙәр һыуҙы магазиндан һатып алып эсә. Һатып алған һыуҙың этикеткаһына иғтибар итергә кәңәш ителә. Дөйөм
минераллаштырыу литрына 1 грам дан күберәк булырға тейеш түгел. Шундай һыу ғына даими рәүештә ҡулланыу өсөн тура килә.
Гөлнур КАДАЕВА,
Шайморатов ауылы: - Шайморатовта ике һыу башняһы бар. Беҙҙең яҡҡа килгән һыу бик тәмле, йомшаҡ, зарланырлыҡ түгел. Шулай уҡ теләгәндәр шишмәнән дә алып эсә. Ауыл биләмәһе хакимиәте үҙәк һыу үткәргес аша килгән һыуға ла, шишмәләге һыуға ла анализ яһатҡан ине, талаптарға яуап
бирә, тип әйттеләр.
Гөлназ ИШЕМҒОЛОВА,
Алайғыр ауылы:
- Беҙҙең Алайғыр ауылында ла һыуҙы дауахана
янындағы дөйөм ҡоҙоҡтан алабыҙ. Сифатлымы,
әллә юҡмы – быныһын әйтә алмайбыҙ. Транспорт
булмағас ҡыйыныраҡ, һәр ваҡыт кемгәлер үтенеү ҙә
уңайһыҙ. Ҡышын ҡар иретәм, ә йәйен ямғыр һыуын
ҡулланабыҙ. Ҡасан да булһа Алайғырға цивилизация
килеп етеп, крандан сифатлы һыу ағыҙып эсербеҙ,
тип ышанам.
Нәфисә ШӘМСЕТДИНОВА, Ҡарлыман ауылы:
- Беҙ һыуҙы Архангел районының Архангел ауылы янындағы шишмәнән
алабыҙ. Был шишмә һыуын бер тәмләп ҡарағандан һуң, һәр ваҡыт уны
ғына эсергә ҡарар иттек. Шул тиклем тәмле, юшҡын ултырмай, сәйҙе
лә сығышлы итә, үҙе иҫкермәй ҙә. Бер барғанда 200 литр тирәһе алып
ҡайтабыҙ ҙа, сәй ҡайнатыу, ашарға бешереү өсөн тотоноп, бер айға
еткерәбеҙ. Был һыуҙы яратыусылар бик күп, ҡасан ғына барһаҡ та, һәр
ваҡыт кеше күп була. Шишмәнән барып, кире ҡайтыуҙың юлы яҡынса 90
саҡрым. Һаулыҡ бар нимәнән дә ҡәҙерле, шуға башҡаларға ла сифатлы
һыу эсергә кәңәш итәм.
Исемен әйтергә теләмәне, Абдулла ауылы:
- Абдулла ауылында һыу менән проблема хәҙер байтаҡ ваҡыт көнүҙәк булып тора, әммә, ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, ул әле булһа хәл ителмәй. Ауылда өс дөйөм ҡулланышта булған ҡоҙоҡ бар. Икәүһендә ноябрь
аҙаҡтарында уҡ һыу бөттө. Һәр кем был ситуациянан үҙенсә сығырға тырыша: кемдер үҙе ҡоҙоғон
ҡаҙытһа, икенсе берәүҙәр ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан шишмәнән ташый. Ҡышын унда
йөрөргә юл булмауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Әйткәндәй, ул йәмәғәт ҡоҙоҡтарындағы ла,
шишмәләге һыуҙың да сифаты эсергә яраҡлымы юҡмы икәне лә һорау тыуҙыра.
Хәниә БИКТИМЕРОВА, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Крандан һыу ағып тора, Аллаға шөкөр. Сифатын тикшерткән
юҡ, әммә сәйнүккә ныҡ юшҡын ултыра, һыу йылытыу ҡоролмаһын
да йыш таҙартып торабыҙ. Йәйен иһә һыуҙың тәме ныҡ үҙгәрә,
тәмһеҙләнә. Шуға һыуҙы йә һатып алабыҙ, йә булмаһа Ҡарлыман
ауылы янындағы шишмәнән алырға тырышабыҙ.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА яҙып алды
Читайте нас: