Пандемия башланғандан алып республикала 25 меңдән ашыу сирле теркәлгән.
Әле 343 пациент – стационарҙа (47-һе – ауыр хәлдә), 5,5 меңе өйҙә дауалана.
«Һуңғы тәүлектә республикала коронавирустан тағы бер үлем осрағы теркәлгән, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Пандемия башланғандан алып 196 кеше үлгән».
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 210 дауахананан тыш пневмония осрағы раҫланған, 179 кеше һауығып сыҡҡан.