Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Февраль 2021, 12:03

Күҙҙәр өсөн күнегеүҙәр

Түбәндәге күнегеүҙәрҙе даими рәүештә эшләргә кәңәш ителәҙ

  • Уңайлы итеп ултырып, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Устарығыҙ ҡайнарланғансы, ҡулдарығыҙҙы бер-береһенә ышҡығыҙ. Һуңынан күҙҙәрегеҙгә ҡуйығыҙ. Ошорәүешле күҙҙәрегеҙ ял итәсәк, көсөргәнеш кәмейәсәк.
  • Йыраҡҡа ҡарағыҙ һәм әкрен генә күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, ә һуңынан асығыҙ. Күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.
  • Күҙҙәрегеҙҙе тирә-яҡҡа, аҫҡа-өҫуә йөрөтөгөҙ. Һуңынан күҙҙәрегеҙҙе йомоп бер аҙ ултырығыҙ.
  • Тиҙ-тиҙ генә әле бе, әле икенсе әйбергә ҡарағыҙ, йәиһә ҙур бер әйбергә ҡараған килеш күҙҙәрегеҙҙе уңға, һулға йөрөтөгө. Ул күреү һәләтендә тайпылыш булғанда, байш мейеһе менән күҙҙәр араһында бәйләнеш булдырырға ярҙам итә.
  • Читайте нас: