Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Ғинуар 2021, 12:18

Таяҡ тотоп атлайҙар, һаулыҡтарын һаҡлайҙар

Ҡыштарын саңғыла һәм йыл әйләнәһенә скандинав таяҡтары тотоп йөрөү халыҡ араһында популярлыҡ яуланы. Бишауыл-Уңғар ауылы халҡы ла һуңғы йылдарҙа был спорт төрҙәренә ҡарата битараф түгел.

Ауылдаштарыбыҙ Әнисә Исхаҡова, Әнисә Курпачева, Әлфиә Хәйретдинова, Илисә Абдрасова, Рәйфә һәм Рәйлә Искәндәровалар һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар үҙ сәләмәтлектәрен хәстәрләп, һәр саҡ хәрәкәт итергә тырыша. Инәй-апайҙар көн дә сәғәт ярым ваҡыттарын саф һауала, тәбиғәт ҡосағында йөрөүгә бүләләр.
Өлгөлө өләсәйҙәр балаларына ярҙам ите­шеп, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә, уларҙы тәмле ризыҡтар менән һыйларға ла өлгөрә.
Өлкән кешеләргә һаулыҡтарын нығытыу өсөн хәрәкәт итеү бигерәк тә кәрәк икәнен улар яҡшы аңлай. Таяҡтар тотоп йөрөгәндә арҡа, янбаш тирәһе, яурын, мускулдар әүҙем эшләй. Спорт менән шөғөлләнгән кешенең насар уйҙарға ваҡыты ҡалмай, шуға ла кәйефе һәр саҡ күтәренке була. Спорт һөйөүсе апайҙар йәштәргә лә яҡшы өлгө күрһәтә.
Фәнзилә Хисамова.
Бишауыл-Уңғар ауылы.
Читайте нас: