- Астма – һулыш алыу юлдары ауырыуы. Ошондай сире булған кешене, ғәҙәттә, өйәнәк тотоп ала, тыны ҡыҫыла башлай. Һулыш алыу юлдары елкенһенеүен ваҡытында дауаламаһаң, ауырыу астмаға әйләнергә мөмкин. Астманың үҫешенә күп факторҙар йоғонто яһай: нәҫелдә кемдеңдер был сир менән ауырыуы, шулай уҡ йәшәгән мөхите һәм тормош рәүеше ҙур роль уйнай. Балаларға килгәндә, бронхиаль астма йышыраҡ малайҙар араһында осраһа, үҫмерҙәр араһында ҡыҙҙарға хәүеф күберәк янай. Шулай уҡ һимереү ҙә астмаға килтереүсе факторҙарҙың береһе булып тора.
Астмаға юл һалған төп сәбәптәр – аллергендар һәм триггерҙар. Аллергия килтереп сығара торған факторҙарға сәскә һеркәһе, ризыҡ, дарыуҙар, төрлө еҫтәр, бәшмәктәр, хайуан йөнө, туҙан һәм башҡалар инә. Шуның өсөн сир ҡуҙғалыуға килтереүсе аллергендарҙы ваҡытында асыҡлау мөһим. Әгәр ул, мәҫәлән, йорт хайуандары йөнөнә икән, тимәк, уларҙан баш тартырға кәрәк. Туҙан талпанына аллергия булғанда ярты йыл һайын мендәрҙәрҙе алыштырып торорға, урын кәрәк-яраҡтарын йыш алыштырырға, иҫке балаҫтар һаҡламаҫҡа кәрәк. Миҙгелле аллергия булғанда (мәҫәлән, тирәк мамығына, йәки муйыл сәскәһе еҫенә), пациентҡа лайла биҙҙәрен һаҡлауға булышлыҡ итеүсе препараттар ҡабул итеүҙе хәстәрләргә, йышыраҡ танауҙарын сайҡатырға кәрәк. Организм аллергендарға һиҙгер: аллергия булдыра торған әйберҙәрҙән йыраҡ булырға кәрәк. Әйтәйек, яҙ ағастар япраҡ ярғанда, үҫемлектәр сәскә атҡан ваҡытта урман-парктарҙа йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Йорт хайуандарын өйҙә аҫрамау яҡшыраҡ.
Ә триггерҙар тип экологияны, һауа торошоноң үҙгәреп тороуын, ауырыуҙарҙан өҙлөгөү, тәмәке тартыу кеүек сәбәптәрҙе атарға була.
Ауырыуҙың билдәләре - йүткереү, тын ҡыҫылыу, һөйләүҙең ауырлашыуы, муйын, күкрәк мускулдары ҡыҫылыу, ҡайһы бер осраҡта ирендәрҙең зәңгәрләнеүе.
- Астма диагнозы ҡуйылған кешеләргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Дауалауға ҡарата етди ҡарау мөһим: даими рәүештә табипта күҙәтелергә, ул тәғәйенләгән дауалау ысулдарын үтәргә һәм симптомдарға иғтибарлы булырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта пациент үҙенең йәшәү рәүешен сикләргә тейеш түгел. Айырым әйткәндә, спорттан баш тартмаҫҡа. Әгәр астма контролдә тотола, пациент кәрәкле терапияны ала икән, социаль яҡтан актив булыу яҡшы, сөнки ул инвалидлыҡты билдәләй торған ауырыу түгел.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн пациентты тулыһынса бронхиаль астманан дауалап булмай, әммә был ауырыуҙы контролдә тоторға мөмкин. Пациентты астма менән йәшәргә өйрәтеү, минең ҡарашҡа – табиптарҙың төп бурыстарының береһе. Айырыуса ауыр төрҙәге астманы ғына контролдә тотоп булмай, әммә ундайҙар бик аҙ.
Дөрөҫ туҡланырға тырышырға кәрәк. Аллергия килтереп сығара торған ризыҡтар ашауҙан тыйылығыҙ. Ғәҙәттә, йомортҡа, балыҡ, әфлисун, лимон кеүек еләк-емеш аллергияға юл яра. Ҡолаҡ, танау, тамаҡ, сире һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар күҙәтелгәндә, уларҙы аҙағынаса дауалап бөтөрөргә кәрәк. Астмалы кешеләргә артыҡ эҫе, йәки, киреһенсә, һалҡын урындарҙа йәшәргә кәңәш ителмәй. Ҙур ҡалаларҙа, туҙан, төтөн, завод-фабрикалар эшләп торған райондарҙа ғүмер итеү ҙә хәлде ҡатмарландыра. Насар ғәҙәттәрҙән арынырға тырышығыҙ. Тәмәке тартыу тын юлдарына кире тәьҫир итә. Шулай уҡ, билдәле булыуынса, ғәҙәттә астма стресс ваҡытында киҫкенләшә.
Астманы контролдә тотоу өсөн пикфлоуметр менән ҡулланырға кәңәш ителә. Был прибор тын алыу органдарының торошон тикшереп торорға ярҙам итә. Ғөмүмән, астма диагнозы ҡуйылған пациенттарға 2-3 ай һайын табипта күҙәтелеп тороу яҡшы.
Статистика буйынса, фажиғәле осраҡтар йышыраҡ астманың ауыр формаларында ғына түгел, ә еңелдәрендә лә теркәлә, сөнки был осраҡта кеше уяулығын юғалта, сиренең киҫкенләшеүе үтеү менән был проблема, һаҡһыҙлыҡ саралары тураһында онота, тейешле талаптарҙы үтәмәй, кәрәк саҡта үҙе менән дарыуҙары ла булмай. Шуға ла минең төп кәңәшем шул: әгәр һеҙгә астма диагнозы ҡуйылған һәм тейешле дауалау схемаһы бирелгән икән, уны теүәл үтәгеҙ, сөнки астма йомшаҡлыҡты ғәфү итмәй. Һау-сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, Зөлфиә Зөлфәр ҡыҙы!
Эльнара Шаймарҙанова әңгәмәләште.