- Ҡайһы бер сирҙәрҙең оҙайлы ваҡыт дауамында бер ниндәй билдәләре һиҙелмәүе мөмкин. Әммә ул етди эҙемтәләргә килтереп, һаулыҡҡа ғына түгел, ғүмергә лә хәүеф янай. Шуға ла кешеләр һаулыҡтарын ҡайғыртыу маҡсатында диспансеризация үтеп, сирҙе иртә асыҡлай ала. Уны аҙҙырмайынса, башланғыс осорҙа дауалауы еңелерәк.
Уҙған йылда районда диспансеризацияны барлығы 2900 кеше (пандемия арҡаһында был һан аҙ булды) үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса 10 яман шеш, 14 шәкәр диабеты, 22 ҡан йөрөшө системалары ауырыуҙары асыҡланды. Был, әлбиттә, асыҡланған сирҙәрҙең тулы исемлеге түгел.
Быйыл иһә 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997, 2000, 2003 йылдарҙа тыуғандар, шулай уҡ 40 йәштән өлкән булған бөтә граждандар ҙа диспансеризация үтә.
Һуңғы ваҡытта киң таралған эсәк яман шешен асыҡлау өсөн йәшерен ҡанға тиҙәкте тикшереү бик мөһим. Бының өсөн быйыл 1981, 1979, 1977, 1975, 1973, 1971, 1969, 1967, 1965, 1963, 1961, 1959, 1957, 1956, 1955, 1954, 1953, 1952, 1951, 1950, 1949, 1948, 1947, 1946 йылғыларҙы саҡырабыҙ.
Күкрәк биҙе яман шешен тикшереү өсөн 1981, 1979, 1977, 1975, 1973, 1971, 1969, 1967, 1965, 1963, 1961, 1959, 1957, 1955, 1953, 1951, 1949, 1947 йылғылар маммография үтәсәк.
1991, 1988, 1985, 1982, 1979, 1976, 1973, 1970, 1967, 1964, 1961 йылғыларға аналыҡ муйынтығының яман шешен асыҡлау ҡаралған. Диспансеризация үтеү өсөн үҙәк район дауаханаһына һәм йәшәү урыны буйынса беркетелгән Алайғыр, Боҙаяҙ, Ҡабаҡ, Прибельский, Һәүәләй табиплыҡ амбулаторияларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эш көндәрендә (дүшәмбе-йома) 08.30 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем һәм график буйынса шәмбе лә үтергә була. Тикшерелеү өсөн ас ҡарын менән килеү мөһим.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйем: кешеләр һаулыҡҡа ҡарата иғтибарлы булһындар. Артыҡ тән ауырлығынан, насар ғәҙәттәрҙән һаҡланһындар. Быларҙың ҡан баҫымының артыуына, шәкәр диабетына, инфаркт һәм инсультҡа килтерергә ихтимал булыуын онотмаһындар ине.
Хөрмәтле райондаштар, медицина тикшерелеүен үтергә килегеҙ һәм етди сирҙәргә юлығыуҙан һаҡланығыҙ.
Фәниә Батыршина яҙып алды.
Автор фотоһы.