Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Ғинуар 2021, 11:35

Тағы ла бер документығыҙ артасаҡ

Коронавирус менән сирләгән йәки прививка яһатҡан кешеләр бишенсе февралдән башлап “Ковидҡа ҡаршы паспорт” (“Антиковидный паспорт жителя Башкортостана”) аласаҡ. Был персональ QR-код кешелә антиесемдәр булыуын раҫлай, уға ҡарата тыйыуҙар ҡағылмай. Прививка яһатҡан 65 йәштән өлкәнерәктәр, хроник сирлеләр үҙ изоляция режимынан сығып, теләгән еренә бара ала. Ҡалғандар тыныс рәүештә концерттарға, спектаклдәргә, спорт сараларына йөрөй аласаҡ. Ғәҙәттәге тормошто һағынған кешеләр оҙаҡламай уға әйләнеп ҡайтасаҡ.

Уны нисек алырға була? Бының өсөн бер ҡайҙа ла йөрөргә кәрәкмәй. Прививка яһатҡандан һуң мәғлүмәт Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы базаһына эләгә һәм икенсе вакцинанан һуң 21 көн үткәс, йәғни иммунитет тулыһынса барлыҡҡа килгәс, паспорт һеҙгә автоматлаштырылған рәүештә “Дәүләт хеҙмәттәре” республика порталындағы шәхси кабинетығыҙға килә. Әгәр иҫәп яҙмаһы (учетная запись) федераль порталда булһа, икенсе тапҡырға теркәлеү кәрәкмәй, булғаны аша инегеҙ.
Әгәр сирҙе үткәргәнһегеҙ икән, сертификаттары булған поликлиникаларҙың береһендә антиесемдәргә үҙаллы анализ бирегеҙ (ИФА).Мәғлүмәт базаға ебәрелә һәм паспорт шулай уҡ һеҙҙең шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Анализ биреү түләүле, 1000 һум тирәһе аҡса кәрәк. Был поликлиникалар исемлегендә әлегә шәхси учреждениелар юҡ. Вакцина яһатҡандарға борсолаһы түгел, уларҙың мәғлүмәттәре базаға ебәрелә, ә февралдә улар паспорт аласаҡ. QR-кодты мобиль телефон экранынан күрһәтергә мөмкин. Ҡағыҙға баҫтырып алып, паспорт эсендә йөрөтә алаһығыҙ. Ул бары һеҙҙеке, яҡлаулы, унда фамилияғыҙ, исем һәм атайығыҙҙың исеме күрһәтелгән. Тимәк, сит кодтан файҙаланып булмаясаҡ.
Прививка яһатҡандар паспортты йыл дауамында, сир үткәргәндәр өс ай буйына (әгәр антиесемдәр титры 10 берәмектән юғарыраҡ булһа) файҙалана. Кәмерәк икән, вакцина яһатыу талап ителә. Шунан һуң паспорт алырға була. Документты бары республика биләмәһендә генә ҡулланырға мөмкин. Башҡа төбәктәрҙә үҙ ҡағиҙәләре һәм сикләүҙәре индерелгән.
Прививканы ҡайҙа эшләтергә була? Әлегә табиптарҙы, полиция , социаль өлкә һәм ҡайһы бер дәүләт хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялайҙар. Яҡын арала республикаға вакцинаның ҙур партияһы киләсәк, тимәк, теләгән һәр кем прививка эшләтә аласаҡ. Бының өсөн “К врачу” мобиль ҡушымтаһы йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинет аша яҙыла алаһығыҙ. Шулай уҡ үҙегеҙҙең поликлиника регистратураһында яҙылырға мөмкин.
Вакцинациялау ирекле. Ул түләүһеҙ, бары поликлиникала башҡарыла. Прививка яһатһағыҙ ҙа битлек режимын һаҡларға тейешһегеҙ, был - федераль “Роспотребнадзор” талабы.
Прививка яһатҡан кешеләр өсөн бонустар ҙа бар. Бассейндарға, шифаханаларға, фитнес-үҙәктәргә абонементтарға ташламалар буласағы билдәле. Уҡытыусыларға уҡыу йылы барышында өс көнгә тиклем ял һәм отпускыға өҫтәп, тағы ла бер нисә көн биреүҙәре ихтимал. Прививкаланған ата-әсә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша ала.
Паспорт хужалары элекке ваҡыттарҙағы кеүек “Өфө-Арена” һәм “Нефтсе” трибуналарында “Салауат Юлаев”, “Өфө” матчтарында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә, улар өсөн айырым сектор булдырыла.
Кемдеңдер ”был хәл оҙаҡҡамы?” тип һорауы ихтимал. Был паспорттар массовый вакцинация осоронда ғына кәрәк. Әйтеүебеҙсә, Башҡортостанда кәм тигәндә ике миллион кешегә прививка яһаласаҡ, шул саҡта ғына коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк һәм эпидемияны туҡтатасаҡ.
Фото:5-tv.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: