– Бөтә коронавирус пандемияһы осоронда беҙ уның менән һөҙөмтәлерәк көрәшер өсөн инструменттар эҙләнек, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе лә йәлләнек һәм уларға артыҡ сикләүҙәр индермәҫкә тырыштыҡ. Шул саҡта бер юлы ике проблеманы хәл иткән идея тыуҙы, – тине Радий Хәбиров. – Беренсеһе. Хәҙер прививка ҡуйҙырған кешеләр һаны арта башлаясаҡ. Улар тыныс ҡына йәмәғәт урындарында йөрөй аласаҡ. Һорау тыуа: ни өсөн уларҙы сикләргә? Шулай уҡ 65 йәштән өлкәндәргә лә ҡағыла. Улар сирләп бөтһә лә, ни өсөн үҙ ҡурсаланыу тәртибен үтәргә тейеш? Шуға күрә беҙ ағымдағы санитар-эпидемиолог хәл шарттарында ниндәй сикләүҙе алып була, аласаҡбыҙ.
Республика етәксеһе фекере буйынса, икенсе сәбәп булып, кешеләр вакцинация үтһен өсөн өҫтәмә мотивация кәрәклеге тора. Кемдер еңел генә прививка һалдыра, ә кемдәлер шиктәр бар, сөнки вакцина яңы.
– Кеше прививка һалдырған, башҡаларға ла, үҙенә лә хәүеф тыуҙырмай һәм бының дәлиле бар икән, уға ниндәйҙер өҫтөнлөктәр буласаҡ. Мәҫәлән, финтнес-клубтар, бассейндар, кинотеатрҙар, сауҙа үҙәктәрендә һәм башҡа урындарҙа ташламалар ҡаралған, – тине Радий Фәрит улы.– Был идея бөгөн генә тыуманы, беҙ уны оҙаҡ уйланыҡ. Сауҙа селтәрҙәре, фитнес-клубтар, төрлө ойошмалар менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Мәҫәлән, “Салауат Юлаев” уйындарына барған саҡта ла, бындай паспорты булған кешеләр өсөн айырым трибуналар асыласаҡ. Әгәр был эштәрҙе ойошҡан рәүештә башҡарып сыҡһаҡ, күп кенә проблемалар хәл ителәсәк.
Башҡортостан Башлығы был паспорттың ниндәй булыуы тураһында ла һөйләне. Ул мәғәнәһе буйынса – QR-код. Вакцина һалдырған кешенең мәғлүмәттәре республика медицинаһының автоматлаштырылған системаһы аша уның “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинетына эләгә. Ул унда инә һәм QR-кодты күсереп ала. Аҙаҡ ниндәй ҙә булһа учреждениеға килһә, уны күрһәтә. Был – паспорт. Өлкәндәрҙең булыуын һәм интернеттың бөтә ерҙә лә эшләмәүен иҫәптә тотҡанда, паспортты ҡағыҙға сығарып алырға ла мөмкин.
Бынан тыш Радий Фәрит улы белдереүенсә, был паспортты коронавирус менән сирләп, антиесемдәре булған кешеләр ҙә ала аласаҡ. Уларға махсус сертификация үткән учреждениеларҙа анализ бирергә һәм антиесемдәрҙең булыуын дәлилләргә генә ҡала. Был мәғлүмәт тә автоматлаштырылған медицина системаһы буйынса порталдағы шәхси кабинетҡа бара һәм кеше паспорт ала.
– Республикала дөйөм алғанда вакцинация нисек бара? – тип һораны хәбәрсе унан.
– Беләһегеҙме, ихтыяж ҙур, беҙ бөгөндән 14 мең доза вакцина алдыҡ. Яҡын арала тағы 50 мең дозалыҡ партия көтәбеҙ, артабан тағы ла күберәк. Халыҡты иммунлаштырыу өсөн күп вакцина кәрәк, беҙҙә бит 4 миллион кеше йәшәй. Әле алғаныбыҙ эште башлау өсөн генә – инфраструктураны әҙерләү, өйрәнеү, пропаганда үткәреү һәм башҡалар өсөн. Килгәндәрен беҙ ике-өс көн эсендә таратып бөттөк. Тәү сиратта уны табиптар, социаль һәм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре алды. Минеңсә, процесс тигеҙ бара. Вакцинацияға хәүеф менән ҡараған кешеләр ҙә бар. Был һәр кемдең шәхси эше. Табип менән һөйләшкәс кенә ҡарар ҡабул итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Тик беҙ шуға инанабыҙ, киң вакцинация – беҙҙең йыл буйы көрәшкән ҙур проблеманы хәл итеү юлы.
Хәбәрсе республика етәксеһенән Башҡортостандағы дөйөм коронавирусҡа бәйле хәл-торош тураһында ла һораны. Радий Хәбиров белдереүенсә, улар Яңы йыл байрамдарынан һуң хәүеф менән сирлеләр артыуын көткән.
– Кешеләр үҙ-ара аралашты, осрашты. Тик үҫеш булманы, хәл тотороҡло булып ҡала. Барыһы ла тыныс тип тә әйтә алмайым, сөнки көн һайын 150-170 кеше сирләп китә, был күп. Әммә артыу юҡ. Беҙ ковидҡа ҡаршы паспортты ғәмәлгә индереүҙе махсус рәүештә 5 февралгә ҡалдырҙыҡ. Был инфраструктураны әҙерләү һәм байрамдарҙан һуң әҙерәк ваҡыт үткәнен көтөү өсөн кәрәк ине. Артабан да ошондай шарттарҙа эшләрбеҙ тип ышанабыҙ, – тине ул.
Дауаханаларҙағы урындарға килгәндә, был йәһәттән дә хәлдәр яҡшырған. 30 процент буш урын бар. Бында Стәрлетамаҡта төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар госпитале лә ярҙамға килде, унда 300 өҫтәмә урын барлыҡҡа килде. Унда әле 120 самаһы кеше дауалана.
– Ошо запас беҙгә көрәштә яңы инструменттар эҙләргә ярҙам итә лә. Мәҫәлән, шул уҡ ковидҡа ҡаршы паспорт. Оборонабыҙ ныҡлы – буш урындар һәм әлбиттә, тәжрибәле табиптар, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.