Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Ғинуар 2021, 13:22

Ковидҡа ҡаршы паспорт булдырыла

Антиматдәләрең бармы? Бәлки, прививка яһатҡанһыңдыр? Тимәк, һиңә был паспорт бирелә.

Башҡортостанда яңы проектты ғәмәлгә индереү башлана. Ул ковидҡа ҡаршы паспорт тип аталасаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
– Был паспорт бик күп проблемаларҙы хәл итәсәк. Мәҫәлән, 65 йәштән өлкәндәр әле өйҙә ҡурсаланыу тәртибендә ултырырға мәжбүр, тик әгәр улар сирләгән һәм антиматдәләре бар икән, ни өсөн уларҙы сикләргә? Был күптәргә вакцина һалдырыу өсөн дә этәргес буласаҡ. Өҫтәүенә, уны еңел генә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алып буласаҡ, – тине был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин был турала анығыраҡ һөйләне. Тимәк, кем коронавирус менән сирләгән һәм антиматдәләре бар йәки прививка эшләткән, уларға был паспорт биреләсәк.
Был проекттың маҡсаты оло – иммунизация кимәлен күтәреү. Ошо документы булған кешеләр ниндәйҙер ташламалар һәм өҫтөнләктәр ала аласаҡ. Мәҫәлән, театрҙар, концерт залдары әле 30 процент тултырыла. Әгәр кешелә был паспорт бар икән, ул бер сикләүһеҙ уларға инә аласаҡ. Спорт ярыштарына ла бәйле өҫтөнлөктәр бар.
– “Салауат Юлаев”, “Өфө” клубтары уйнаған саҡта, бындай паспорты булған кешеләр өсөн өҫтөнлөктәр буласаҡ. Улар өсөн айырым трибуна бүленәсәк. Был “Нефтсе" стадионы һәм башҡа спорт объекттарына ла ҡағыла, – тине Александр Сидякин.
Ташламалар иһә бассейндарға һәм фитнес клубтарға йөрөгәндәр өсөн дә буласаҡ. Бындай паспорты булған ата-әсә сикләүһеҙ мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына инә аласаҡ.
Ә инде ковидҡа ҡаршы паспорттың төп маҡсаты – яйлап юғары әҙерлек режимы указындағы сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу һәм ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтыу. Был паспортты еңел генә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша буласаҡ. Ул электрон рәүештә лә була, теләгәндәр ҡағыҙға сығарып та аласаҡ.
Был проект 5 февралдән ғәмәлгә индереләсәк.
Фото: utv.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: