- Атайымдың тәҡдиме буйынса медицина юлынан киттем. Ғаиләбеҙҙә ике уҡытыусы, ике медик булырға тейеш, тигәйне ул. Ғаиләлә ете бала булһаҡ, ике апайым уҡытыусы, берәүһе акушерка ине. Шулай миңә медицинаны һайларға тура килде, - тип һөйләне изге һөнәр эйәһе.
Алайғыр ауылы ҡыҙы 1-се һанлы Өфө медицина училищеһына уҡырға инеп, 1987 йылда уҡыу йортон фельдшер белгеслеге буйынса уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған районға ҡайтып, Ефремкин фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып башлап ебәрә. Ике йылдан һуң тыуған ауылындағы дауаханаға өлкән шәфҡәт туташы итеп күсерелә. 1994 йылда инде Шайморатов ауылы егете Илдар Фән улына кейәүгә сыға һәм иренең ауылындағы ул саҡтағы амбулаторияла шәфҡәт туташы эшен дауам итә. Шайморатовтар киленле лә, яҡшы белгесле лә була. Байтаҡ йылдар үткәс, амбулатория ФАП-ҡа әйләнә, уның мөдире Фәнүзә Мөхәммәт ҡыҙы пенсияға китә һәм Гөлнур Фән ҡыҙы был вазифала эшләй башлай.
Әлеге ваҡытта уның яуаплылығында 956 кеше иҫәптә тора. Фельдшер уларҙың барыһының да һаулығы өсөн яуаплы. Балалар, йөклө ҡатындар, бигерәк тә хроник ауырыуҙар уның күҙәтеүе аҫтында.
Сабыйҙарға бер йәшкә тиклем патронаж, шулай уҡ уларға һәм өлкәндәргә кәрәкле прививкалар яһау, ауыр сирлеләрҙе, сабыйҙарҙы йорттарға барып ҡарау, эш урынында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм табип ҡушыуы буйынса килә алмағандарҙың йорттарына барып, уколдар эшләү тора фельдшерҙың бурыстарында.
Төрлө ауырыуҙарҙан һаҡланыу маҡсатында өйҙән өйгә йөрөп, профилактик әңгәмәләр ҙә тынғыһыҙ хеҙмәт эйәһенең иңендә. Йыш ҡына тәүге ярҙам да күрһәтергә тура килә.
Гөлнур Кадаева халыҡ өсөн иң кәрәкле һөнәргә эйә. Ул эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарап, пациенттарҙы дарыу, уколдар менән генә түгел, иғтибарлы мөнәсәбәт, яҡты йөҙ, йылы һүҙ һәм файҙалы кәңәштәре менән дә дауаларға ярҙам итә. Аҡ халатлының хеҙмәте ҙур яуаплылыҡ талап итә. Кешеләрҙең ҡайһы ерҙәре ауыртһа ла, улар иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итергә тырыша. Ауыл фельдшерының хеҙмәте сәғәткә ҡарамай, тәүлектең төрлө ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, хатта байрам көндәрендә лә уға шылтыраталар, йә киләләр. Уларҙы сабыр ғына тыңлап, ярҙам ҡулын һуҙырға һәр саҡ әҙер ул.
Төплө белемле, тәжрибәле, иғтибарлы, яуаплы, тырыш, үҙ эшенә бирелгән фельдшерҙы үҙәк район етәкселеге ярҙам өсөн тиҙ ярҙам хеҙмәтенә лә саҡырғас, ризалаша. Медицина хеҙмәткәре - хәрби кеше, шуға ла бойороҡ кире ҡағылмай. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән тулы тынғыһыҙ эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән фельдшер ошо һөнәрҙе атаһының теләге буйынса һайлаһа ла, ул был сабырлыҡ һәм мәрхәмәтлек талап иткән изгелекле һөнәргә яҙмышын бәйләүенә һис үкенмәй.
Йортта, ғаиләлә аңлаусы кеше булһа, эштә, әлбиттә, тыныс күңел менән эшләп була. Тормош иптәше Илдар Фән улы менән оҙаҡ йылдар бер-береһенә терәк һәм таяныс булып йәшәйҙәр. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Элена Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлаған, баш ҡалала "Россельхозбанк"та эшләй. Үҙе хәҙер тормошта. Зарина - Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжының 2-се курс студенты.
Халыҡ һаулығы өсөн көрәшкән һәм янып йәшәгән медицина хеҙмәткәре беҙҙе оҙатҡанда: “Кешеләр сәләмәтлектәренә битараф булмаһындар, ваҡытында диспансеризация үтһендәр, медицина тикшеренеүенең мөһимлеген аңлаһындар ине”, - тип оҙатып ҡалды.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы