Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Ғинуар 2021, 16:10

КОРОНАВИРУСТАН ВАКЦИНАЦИЯ ТУРАҺЫНДА НИ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК?

COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатыу буйынса көнүҙәк һорауҙарға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш эпидемиологы, медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның эпидемиология кафедраһы мөдире Азат Мөхәмәтйәнов яуап бирә.

1.Иң мөһиме
Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы барлығы 14 меңгә яҡын доза “Спутник V” вакцинаһы килде. Быйыл йәмғеһе миллионға яҡын вакцина аласаҡбыҙ. 7 500 кешегә прививка яһалған да инде. Беренсе сиратта улар – уҡытыусылар, табиптар, полицейскийҙар, волонтерҙар, социаль хеҙмәткәрҙәр.
Владимир Путин ҡушыуы буйынса күмәк вакцинация 18 ғинуарҙан башлана. Әле прививка яһатам тип йүгерергә лә, бер ниндәй сиратҡа яҙылырға ла кәрәкмәй! Вакцинациялау тәртибе билдәле булғас, мотлаҡ хәбәр итәсәкбеҙ.
Башҡортостанда ике миллион кешегә прививка яһау күҙҙә тотола.Шул сағында ғына эпидемияны туҡтатырлыҡ коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк.
Вакцина өс аҙна арауыҡ менән индерелеүсе ике инъекциянан тора. Уның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу.
Коронавирустан прививка бушлай яһала!
2.Вакцинацияға нисек әҙерләнергә?
Прививка алдынан һеҙҙе мотлаҡ табип ҡараясаҡ – температураны үлсәй, дарыуға аллергия барлығын-юҡлығын асыҡлай. Айырым әҙерлек тә, коронавирустан тест биреү ҙә кәрәкмәй. Иң мөһиме – коронавируслы ауырыу менән аралашмауығыҙ, йыл дауамында инфаркт йәки инсульт кисермәүегеҙ, системалы сирҙәрегеҙ, туберкулез, шештәр, В һәм С гепатиты, сифилис, ВИЧ булмауы. Ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөккә тест үткәрергә кәрәк. Вакцина индерер алдынан һәм унан һуң бер нисә көн алкоголь эсергә ярамай.
3.Коронавирус сирен үткәрҙем ( антиесемдәр асыҡланды). Миңә прививка яһатыу кәрәкме?
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән методик тәҡдимдәрҙең октябрь версияһында, вакцинаны COVID-19 менән сирләмәгән һәм антиесемдәре булмаған кешеләргә эшләргә кәрәк, тип яҙылған. Ләкин, бер нисә ай өйрәнгәндән һәм тәжрибәнән һуң һуң, Мәскәү табиптары “Спутник V”те сирҙе үткәргән хәүеф төркөмөндәге кешеләргә ҡулланырға рөхсәт бирҙе.
Әгәр һеҙ ауырығандан һуң прививкаға килгәнһегеҙ икән, мотлаҡ был турала табипҡа әйтегеҙ. Ул өҫтәмә анализдар бирергәме-юҡмы икәнен хәл итер.
4.Прививка яһатырға теләйем, ләкин яңыраҡ һалҡын тейҙереп, йүткереп йөрөнөм. Миңә ни эшләргә?
Киҫкен йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәр, хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе прививка яһатыуҙы ваҡытлыса кисектереү өсөн нигеҙ булып тора, шуға күрә ике-өс аҙна көтөргә кәрәк. Киҫкен респиратор сирҙәрҙе, эсәк ауырыуҙарын һәм башҡа сирҙәрҙе ауыр үткәрмәһегеҙ, вакцинаны температура нормалләшкәс тә эшләргә мөмкин.
5.Ни өсөн прививканан һуң хәмер-шарап эсергә ярамай?
Нәмә ул прививка? Һеҙҙең организмға көсһөҙләндерелгән вирус индерәләр, иммун системаһы уны “еңеп”, артабанғы иммунитетты булдырырға тейеш. Бының өсөн ваҡыт кәрәк. Был “иммун яуабы” тип атала.
Алкоголь – прививка һөҙөмтәһен кәметеүсе өҫтәмә көсөргәнеш.
Мотлаҡ 42 көн дауамында “ҡоро закон” тотоу хаҡында һүҙ бармай. Беҙ вакцинацияның һәр этабынан һуң кәмендә өс көн спиртлы эсемлектән баш тартырға ныҡ кәңәш итәбеҙ. Ғәмәлдә иһә, был – бөтә прививкалар ваҡытында бирелә торған рекомендация.
6.Прививканан һуң ниндәй өҙлөгөүҙәр булыуы мөмкин?
Вакцина индергәндән һуң һеҙҙең ярты сәғәт поликлиникала ултырып тороуығыҙҙы һораясаҡтар – табиптар өсөн организмығыҙҙың препаратты һәйбәт ҡабул итеүен белеү мөһим.
Йыш ҡына грипп менән сирләгәндәге кеүек билдәләр булыуы ихтимал: өшөп ҡалтыратыу, температура күтәрелеү, быуындар, мускулдар һыҙлауы, хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә инъекция урыны ҡыҙарып, шешеберәк тора. Ғәҙәттә былар бөтәһе лә ике-өс көндә үтә.
Прививка яһатыусыларҙың бик һирәгендә күңел болғаныу, ашҡаҙан ауыртыуы, аппетит кәмеү, лимфа төйөрҙәре ҙурайыу күҙәтелде.
Өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметеү өсөн, вакцинациянан һуң бер нисә көн физик көсөргәнеш төшөрмәҫкә, мунса һәм саунаға бармаҫҡа, спиртлы эсемлек эсмәҫкә, инъекция урынын еүешләмәҫкә кәрәк.
Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡандан һуң вафат булыу осраҡтары теркәлмәгән.
7.Башҡортостанға “Вектор” һәм сит ил вакциналарын ҡасан килтерәсәктәр?
“Вектор” үҙәгендә Новосибирск ғалимдары сығарған “ЭпиВак Корона” вакцинаһы әлегә күпләп етештерелмәй. Ул республикаға йыл дауамында килтереләсәк.
Сит ил вакциналары тураһында һүҙ алып барһаҡ, Рәсәй территорияһында улар теркәү процедураһын үткәндән һуң барлыҡҡа киләсәк.
(“Интерфакс” хәбәр итеүенсә, Pfizer вакцинаһын етештереүсе Рәсәй территорияһында COVID-19-ҙан үҙ вакцинаһын сертификациялау һәм теркәү хаҡында мөрәжәғәт итмәгән, препаратты 2021 йылда беҙҙең илдә дәүләт кимәлендә һатып алыу планлаштырылмай – ред. иҫкәрмәһе).
8.Коронавирусҡа ҡаршы вакцина менән гриптан прививка нисек “яраша”?
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны теләһә ҡайһы прививканан һуң 30 көн үткәс яһатырға мөмкин. Шуны әйтергә кәрәк: ул гриптан һаҡламай, шуға күрә прививкаларҙың икеһен дә эшләтергә кәңәш ителә.
Материал "Башҡортостан ҡыҙы журналы" сайтынан алынды ( "Башинформ" яҙмаһы буйынса әҙерләнде).
фото : Валерий Шахов
Читайте нас: