Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Ғинуар 2021, 23:29

Балаларға прививка яһаламы?

Шәхси клиникалар коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау хоҡуғына эйәме? Вакцина яһарға теләгән өлкәндәргә ул етерме – ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Республикала COVID-19-ға ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланғаны мәғлүм. Әйтергә кәрәк, йәмәғәтселектә был ғәмәлгә бәйле төрлө һорауҙар, шиктәр күп, шуға күрә һеҙҙең ҡарамаҡҡа Республика СПИД һәм инфекциялы сирҙәргә ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге баш табибы Рафаэль ЯППАРОВ һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир ВӘЛИШИН яуап биргән ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар тәҡдим итәбеҙ.
Белгестәр менән әңгәмәне “Панорама” журналы ойошторған.
  1. Балаларға прививка яһаласаҡмы?
  2. 18 йәшкә тиклем коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыу ҡәтғи тыйыла. Эш шунда: әлегә ололар буйынса ла вакцинаны тулыһынса һынап бөтмәгәндәр, ә балалар – айырым категория.
    Әлеге ваҡытта 14 йәшен үткәндәрҙә вакцинаны тикшереү өсөн контингент туплана. Унан һуң һынауҙар башланасаҡ.
    1. Үрҙә телгә алған категорияларға ҡарамаған өлкәндәргә ни эшләргә?
    2. Әгәр төбәктә 50-60 процент өлкән кешеләргә вакцина яһаласаҡ икән (уларға сирҙе үткәндәрҙе лә ҡушһаҡ), халыҡ араһында коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк, тигән өмөт бар. Был саҡта инфекция ла таралыуҙан туҡтаясаҡ. Әлбиттә, кеше прививка яһатырға теләй икән – был уның хоҡуғы.
      1. Ниндәй медицина ойошмалары коронавирустан прививка яһау хоҡуғына эйә?
      2. Был эште вакцина-иҫкәртеү эшмәкәрлегенә лицензияһы булған медицина ойошмалары башҡара ала. Тәүге сиратта, һүҙ барлыҡ поликлиникалар тураһында бара.
        Унан тыш, ошондай уҡ лицензиялары булған шәхси медицина ойошмалары ла бар. Әммә вакцина дәүләт программаһы буйынса федераль сараларға һатып алынғанға күрә, әлегә вакцинациялау фәҡәт дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһына ҡараған учреждениеларҙа барасаҡ, препараттар дәүләт клиникаларына ҡайтарыласаҡ. Вакцинациялау – бушлай.
        Фото: iz.ru
        Автор: Гүзәлиә Балтабаева
        Читайте нас в