- Аяғығыҙҙы гәрсис һалынған ҡайнар һыуға тығып ултырырға, һуңынан бурһыҡ майы менән крем һөртөп, йөн ойоҡбаш кейергә, майҙы күкрәккә һәм арҡаға ла һөртөргә. Шунан төрөнөп ятарға кәрәк; - Һарымһаҡты ҡайнар һыуға һалып, ингаляция яһарға; - 1 стакан һөткә 1 сәй ҡалағы бал, ярты сәй ҡалағы аш содаһы, 1 балғалаҡ самаһы май һалып ҡайнатып, 1 йомортҡа һарыһын ҡушып болғатырға һәм ҡайнар килеш эсергә; - Тигеҙ күләмдә һарымһаҡ, һуған һәм хрен тамырын алып, иттартҡыстан сығарырға, берәр бал ҡалағы ҡабып, ашап йөрөргә; - Ҡайын япрағын сәй кеүек төнәтеп, көнө буйы йотҡолап йөрөргә; - Кишерҙе бешереп, төйөргә һәм бал ҡушып эсергә; - 10 дана ҡәнәфер орлоғона 1 стакан ҡайнар һыу һалырға һәм төнәтеп, йылы килеш эсергә; - Бер баш һуғанды 5 минут самаһы һөттә ҡайнатып, 10 минут төнәтергә, ҡайнар килеш эсергә; - Прополисты майҙа эретеп эсергә; - Шәкәрҙе утта ҡыҙҙырып, карамелдән “әтәс” яһарға, шуны ҡайнар һөткә һалып эсергә; Һөттө ҡайнатып сығарырға, өс баш һуғанды ваҡлап турап, шул һөттө 3 минут бешерергә, һөттө уттан алғас, бал ҡалағы осонда ғына аш содаһы һалырға һәм йылы килеш көнөнә 3 тапҡыр эсергә.