Илле йәштән уҙғандан һуң кешенең сәләмәтлеге ҡаҡшауын үҙен һиҙҙертә башлай. Бигерәк тә был йәштә аяҡ һәм ҡул бармаҡтарын көҙән йыйырыу күренеше күҙәтелә. Был ҡан тамырҙары менән етди проблемалар бар, тигән һүҙ. Тимәк, уларҙы таҙартыу кәрәк. Ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн боронғонан уҡ ҡалған ысул – етен орлоғонан яһалған кеҫәл ярҙамға килә. Дауаланыу курсы түбәндәгесә: Кистән стакандың өстән бер өлөшө тиклем етен орлоғон һалып, унда 1 литр күләмендә һыу һалып ҡайнатырға ҡуяһың. Ҡайнап сыҡҡандан һуң ике сәғәт дауамында һыу парында тоторға кәрәк. Һуңынан төнгөлөкә төнәтергә ҡуйырға кәрәк. Ә иртән һөҙөп алабыҙ. Ҡайнаған ҡатнашманан яҡынса 850 мл күләмендә әсе шыйыҡса сығырға тейеш. Әҙер шыйыҡсаны биш көн дауамында стакандың өстән бер өлөшө тиклем ашар алдынан иртән һәм кис эсергә кәрәк. һөҙөмтә булһын өсөн әлеге файҙалы ҡайнатманы 15 көн буйына эсергә кәңәш ителә. Тағы өс айҙан дауаланыу курсын ҡабатларға кәрәк. Һәр кеше үҙенең ҡан тамырҙары сәләмәтлеген ҡайғыртырға тейеш. Бының өсөн бары тик түҙемлек һәм теләк кенә кәрәк. Шулай булғанда ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ. Ә һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы хис итә башларһығыҙ һәм тышҡы ҡиәфәтегеҙ ҙә матурланыр.