Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Ғинуар 2021, 17:35

Республикала коронавирустан ике үлем осрағы теркәлде, 74 кеше – ауыр хәлдә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 13 ғинуарға мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 167 осрағы асыҡланған. Шулай итеп,

төбәктә сир йоҡторғандарҙың дөйөм һаны – 21 235.
Коронавирустан ике үлем осрағы теркәлгән. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны — 161.
Әлеге ваҡытта COVID-19 диагнозы раҫланған 737 пациент дауаханала ята. Уларҙың 74-е – ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Ә 4 336 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә – 149, бөтәһе 16 001 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә 321 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған. Пневмониянан һауығып сыҡҡан пациенттар — 168.
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: