Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Ғинуар 2021, 11:15

Балаға был дарыу мотлаҡ кәрәк ине...

Башҡортостандан бәләкәй бала лотереяла донъялағы иң ҡиммәтле препаратты отто. Швейцариянан фармацевтика компанияһы хаҡы ике миллион долларҙан ашыу торған препараттың 100 дозаһын бушлай тарата.

Өфөнән арҡа мускуллары атрофияһынан (СМА) яфаланған бәләкәй пациент хаҡы 2,15 миллион доллар (160 миллион һумдан ашыу) торған Zolgensma препараты дозаһын бушлай аласаҡ. Варвара Хәйруллина Novartis фармацевтика компанияһы ойошторған лотереяла отҡан. Уның әсәһе Мария Хәйруллинаның белдереүенсә, был лотерея хаҡында улар былтыр көҙ невролог Айгөл Еникееванан ишеткән, анализдар тапшырғандар, кәрәкле документтарҙы йыйғандар. Кисә генә ошо дарыуҙы аласаҡтары хаҡында ишеткәндәр. Әлбиттә, был улар өсөн иң ҙур бүләк!

Быйыл февралдә Варвараға ике йәш туласаҡ. Ошо ваҡытҡа тиклем дарыуҙы балаға биреп өлгөрөргә кәрәк.

Быға тиклем ғаилә ошо дарыуҙы һатып алыу өсөн үҙаллы аҡса йыйған. Барлыҡ сумма 10,3 миллион һум тәшкил иткән. Ә Швейцария компанияһы былтыр йыл аҙағында лотерея хаҡында иғлан иткән. Әйткәндәй, ул йыл һайын 100 доза препаратты тарата. Ике аҙнаға бер тапҡыр комиссия донъялағы төрлө илдәрҙең табиптары биргән заявкалар араһынан берәүҙе тартып ала икән. Был компанияның препаратты ошолай таратыуы фармацевтика баҙарындағы ҡайһы бер белгестәр тарафынан хатта тәнҡит утына эләккән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо препараттан тыш, бындай сирле балаларҙың оҙаҡ йәшәүгә ышанысы бик аҙ. Ә Өфө ҡыҙы Варвара өсөн бик шатбыҙ, ул ошо дарыуҙы ҡабул иткәндән һуң һауығыр тигән өмөттәбеҙ. Шулай итеп, яңы йыл бәләкәскә йәшәүгә ышаныс бүләк итте. Ҡыҙсыҡтың ғүмере киләсәктә лә ошондай шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон тип теләйбеҙ.

Фото: М. Хәйруллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: