Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Ғинуар 2021, 17:25

Тайып йығылмауҙың да хәйләһе бар

Беҙҙе юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, буран сығыуы тураһында иҫкәртеп кенә торалар. Тик беҙ имгәнмәү өсөн бөтә сараларҙы ла үтәйбеҙме? Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән кәңәштәргә күҙ һалайыҡ.

Боҙлауыҡлы юлда һаҡ ҡына атларға, ашыҡмаҫҡа, табанға тулыһынса баҫырға кәрәк. Аяҡтарҙы еңелсә йомшартығыҙ, ҡулдарығыҙҙы ирекле тотоғоҙ. Өлкәндәр өсөн тайып йығылыу бик хәүефле, шуға күрә махсус таяҡтарға таяныу уңайлы булыр.
Ҡапыл тайып китһәгеҙ, сүгәләргә тырышығыҙ. Йығылған мәлдә тәнегеҙҙе тупларға ынтылығыҙ, Ергә бәрелеүҙе йомшартыу өсөн тәгәрләргә кәрәк. Иң мөһиме, йөрөгәндә ҡулдарығыҙҙы кеҫәгә тыҡмағыҙ. Ҡулдар ярҙамында интуитив рәүештә яһалған хәрәкәттәр имгәнеүҙәрҙән һаҡлай ала. Ҡулдары кеҫәһендә булған кеше тайғанда ергә ҡырҡылған ағас кеүек ҡолай. Айырыуса киске эңер төшкәндә күҙ күреүе насарлана. Боҙ туңған тротуар һәм бордюрҙар, тупһа һәм текә боролоштар көндөҙ ҙә хәүефле.
Боҙлауыҡҡа ҡаршы иң яҡшы “ҡорал”, табиптар әйтеүенсә, аяҡ кейеме. Ул уңайлы, табаны һығылмалы, табан аҫтындағы һүрәте тәрән итеп эшләнһә, таймаҫһығыҙ. Аяҡ кейемен дөрөҫ һайлағыҙ. Һатыуҙа боҙға ҡаршы гаджеттар ҙа бар. Уларҙы аяҡ кейеме табанына йәбештерәләр. Тайып йығылып имгәнгәндә йәки йәрәхәтләнгәндә, травматология пунктына мөрәжәғәт итегеҙ, табиптан белешмә алығыҙ. Уның һеҙгә аҙаҡ судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн кәрәге тейеүе ихтимал.
Фото:observer.com
Автор: Дина Арсланова.
  • Читайте нас: