Конькиҙарҙы йөрөй алырмынмы икән тигән шикләнеү менән кейһәм дә, боҙға баҫыу менән барлыҡ ҡурҡыуым юҡҡа сыҡты. Баҡтиһәң, миңә конькиҙа шыуыу бик оҡшай икән. Баҫып тора белмәһәм дә, ғүмер буйы конькиҙа йөрөгән кеүек шыуҙым да киттем. Әле ҡыҙым, әле улым килеп, нисек йөрөргә өйрәтеп китәләр. "Әсәй", һин йығылып ҡуйма, ауыртыр әтеү, тип киҫәтәләр. Ҡурҡып тормаһаң, барыһына лда өлгәшеп була икән.
Ә мин шыуам ғына! Бына ҡайҙа рәхәт икән, елдән дә етеҙ шыуыусылар араһында бер ҙә һыр бигем килмәй. Туйғансы шыуып, ял итеп ҡайттым. Ә һеҙ нисек үткәрҙегеҙ ялдарығыҙҙы? Ҡайғарға барҙығыҙ, нимәләр күрҙегеҙ? Яҙығыҙ, дуҫтар.