Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Ғинуар 2021, 20:24

Был сәй һаулыҡ өсөн бик файҙалы

Имбирле сәй холестерин кимәлен түбәнәйтеүгә, яман шештең барлыҡҡа килмәүенә ярҙам итә. Имбирь тамырындағы гингерол матдәһе онкологияға ҡаршы көрәштә яҡшы.

Ғалимдар билдәләүенсә, имбирь йәшел сәй менән бергә икеләтә файҙалы. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, көн һайын ике грамм имбирь экстрактын файҙаланған 30 кешелә эсәк-ҡарындағы яман шештең барлыҡҡа килеү ихтималлығы кәмегән.
Бынан тыш, имбирь үҙенең составындағы салицилат ярҙамында ҡан баҫымын контролдә тоторға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, был матдә аспириндың составында бар. Шулай итеп, имбирь иммунитетты нығыта һәм һыҙланыуҙарҙы бер аҙ кәметә.
Имбирле сәй тештәргә лә ыңғай йоғонто яһай. Ундағы матдәләр ауыҙ ҡаҙнаһын гангивит һәм пародонтит кеүек сирҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе бактерияларҙан һаҡлай. Ә уның составындағы яман шешкә ҡаршы “көрәшкән” гингерол ғүмерҙе оҙайтыуға ла ярҙам итә.
Әммә һәр нәмәлә сама белеү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ, дуҫтар. Юғиһә төрлө күңелһеҙ эҙемтәләрҙең килеп сығыуы ихтимал. Ғалимдар ҙа был хаҡта иҫкәртә.
Фото: boombate.com
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: