Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Ғинуар 2021, 16:22

Анар һуты ҡанды яҡшырта

Анарҙың (гранаттың) һутлы ғына түгел, шифалы икәнлеге күптән билдәле. Боронғо табиптар беҙҙең дәүергә тиклем үк уны медицинала ҡулланған. Гиппократ, мәҫәлән, ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә анар һуты һығып эсергә тәҡдим иткән.

Ғәрәптәр уны баш ауыртҡанда һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары яфалағанда даими ашарға ҡушҡан. Емештә, мәҫәлән, кеше организмы өсөн тәүлегенә кәрәкле 40 процент С витамины бар.
Емдәре тимергә бай булғанлыҡтан, табиптар бөгөн дә анарҙы аҙ ҡанлылыҡтан интеккән кешеләргә күпләп ашарға ҡуша, сөнки бер емеш кенә лә ҡандағы гемоглобинды байиаҡҡа арттыра. Ул үҙенең составында эритроцит ҡына түгел, лейкоцитты барлыҡҡа килтереүсе фолий кислотаһы булыуы менән дә ҡиммәтле һанала.
Әйткәндәй, иң тәмле анар һутын мин Төркиәлә ял иткәндә, яңы өлгөргән емештәрҙән һығып яһалғандарҙан эстем. Күптәр анар һутын эсеп, ҡанды таҙартыу маҡсатында йылы яҡтарға уныңемештәре өлгөргән саҡта, сентябрь-октябрь айында бара. Ял итеп тә, сәләмәттәрен нығытып та ҡайта.
Фото:lifestyle.segodnya.ua
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: