Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Ғинуар 2021, 15:23

Саф һауа - йәнгә дауа

Һуңғы йылдарҙа йәйен дә, ҡышын да ҡулдарына саңғы таяҡтары тотоп йөрөүселәргә һеҙҙең дә юлыҡҡанығыҙ барҙыр. Хәҙер инде скандинав таяҡтары менән йөрөү ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла киң таралған ял һәм спорт төрөнә әйләнеп бара.

Өлкән йәштәге кеше саңғы таяҡтары тотоп ҡына булһа урамда йөрөй икән, ул сәләмәтлеге тураһында ҡайғырта, хәрәкәт итергә ынтыла, тигән һүҙ. Спорт менән шөғөлләнеүсе кешеләр депрессияға ла бирешмәй, кәйефтәре лә шәп була. Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Миңниса Хәйерова ла спортҡа битараф булмаусы кешеләрҙең береһе. Ул ҡышын саңғыла, йәйен велосипедта йөрөүҙе көндәлек ғәҙәтенә әйләндергән.
- Бала саҡтан спорт менән дуҫ булдым. Йүгерергә, саңғыла йөрөргә яраттым. Үрге Төкөн ауылынан Түбәнге Төкөн ауылына йөрөп уҡығанда ла, радио аша һауа шарттары боҙолоуы хаҡында әйтһәләр ҙә, ҡар йырып булһа ла мәктәпкә бара инҽм, бер ҙә дәрес ҡалдырманым. Математика фәнен яратыуым шулай көслө булғандыр инде (көлә). Юҡҡа ғына математика факультетын тамамлап, ҡырҡ йыл ғүмеремде уҡыусыларҙы һандар серҙәренә төшөндөрөүгә бағышламағанмындыр. Студент саҡта 6 километр араға йүгерә инем, физкультура дәрестәрен яраттым.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң бер-бер артлы ҡатмарлы операциялар үткәрҙем. Уларҙан һуң ҡан баҫымы күтәрелде, холестерин, шәкәр норманан артып китте, йөрәк тибеше шәбәйҙе. Быуындар ҙа һыҙлай ине. Электән дә йәйен велосипедта йөрөй торғайным, ләкин ҡыш йөрөп булмай ине. Уйлап торҙом да, скандинав таяҡтары менән йөрөргә ҡарар иттем. Тәүҙәрәк ни өсөндөр таяҡтар менән йөрөү бик арыта ине. Шуның өсөн аҙнаһына 1-2 тапҡыр ғына таяҡтар менән сыҡтым, ҡалған көндәрҙә таяҡһыҙ йөрөнөм. Бына икенсе йыл инде аҙнаһына биш тапҡыр даими таяҡтар менән йөрөйөм. Аллаға шөкөр, хәҙер ҡан баҫымы, йөрәк тибеше, шәкәр, холестерин нормалләште, аяҡтар ҙа элекке кеүек һыҙламай.
Скандинав таяҡтары менән йөрөгәндә арҡа, янбаш тирәһе, яурын, ҡул мускулдары әүҙем эшләй, өйҙә, аш һыу бүлмәһендә йөрөүҙе һис тә алмаштыра алмай. Был алым кәүҙәгә еңел хәрәкәтләнергә, уны төҙ тоторға ярҙам итә, аяҡтарға көс төшөрмәй. Таяҡтар менән йөрөүҙең тағы бер файҙалы яғы бар, кәүҙә ауырлығын нормала тота, быныһы ла бик мөһим. Шуға күрә, мөмкинлеге булған һәр кеше быға “юҡ нимә” тип ҡарамаһын, оялмаһын ине, ундайҙар ҙа байтаҡ, һаулыҡ – үҙе ҙур байлыҡ, бер нимәгә ҡарамай йөрөргә кәрәк. Доктор А.Л.Мясников әйтә бит: “Хәрәкәт дарыуҙы алмаштыра ала, бер дарыу ҙа хәрәкәтте алмаштыра алмай”, тип.
Башта үҙем генә йөрөй инем, хәҙер Фрәнгизә Әлмөхәмәтова менән икәүләп йөрөйбөҙ, ике кешегә күңелле. Трактор юлы буйлап саф һауала урманға тиклем барып етәбеҙ. Ауылда беҙҙән башҡа ла йөрөүселәр осрай. Сәләмәтлегемдең торошо үҙемдән тора икәнен ныҡлап аңланым. Шулай булғас, ошо юлдан тайпылмаҫҡа, спорт менән дуҫ булып йәшәргә кәрәктер, тип уйлайым, - тип һөйләне Миңниса Миңнулла ҡыҙы.
Хәҙерге заманда бәһлеүәндәй таҙа, һау-сәләмәт кешеләр юҡ тиерлек. Шуға күрә, шифалы үләндәр эсеп, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп, сәләмәтлегебеҙҙе нығытыу үҙебеҙҙән тора. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәрәкәттә - бәрәкәт.
Гөлсәсәк Бикҡужина.
Читайте нас в