Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Ғинуар 2021, 06:21

Һалҡындан ниҙәр һаҡлай?

Табиптар ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәү, иммунитетты нығытыу өсөн ниндәй витаминдарҙы эсергә кәңәш итә?

Табиптар белдереүенсә, ҡыш көндәрендә һәр кем өсөн мөһиме – С витамины. Күптәр ул вирустарҙан һаҡлай тип уйлай. Әммә, фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был дөрөҫ түгел, ти табиптар. Баҡтиһәң, витамин, нигеҙҙә, кеше сирләгән ваҡытта ярҙам итә: ауырыу симптомдарынан тиҙерәк ҡотолорға һәм организмға нығынырға булышлыҡ ҡыла. Тағы D витамины һалҡын миҙгел ауырыуҙарынан һаҡланыуҙа ҙур роль уйнай. Уны эсеү организмға сиргә ҡаршы торорға ярҙам итә. А витамины иһә иммуноглобулин барлыҡҡа килеүенә “яуап бирә”, йәғни ул организмдың төрлө вирустарға, бактерияларға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә. Был витамин кишерҙә, балыҡта һәм башҡа аҙыҡ-түлектә бар. Коронавирус инфекцияһы өсөн байрам да, ял да юҡ. Унан һаҡланыу сараларын даими күреү зарур. Ошо хаҡта онотмайыҡ, дуҫтар. Фото: rushoros.ru Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: