Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Ғинуар 2021, 16:52
Үҙәгең көйһә...
Килешәһегеҙҙер, был күренеш йыш ҡына осрай: бер аҙ күкрәк тәңгәле ауыртып тора, уҡшыта, эстә нимәлер яна төҫлө. Сәбәбе – ашҡаҙанда һелте кимәле (кислота) артыу.
Был хәл артыҡ ашағандан һуң, ауырлы ҡатындарҙа, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары киҫкенләшкәндә, алкоголле эсемлектәр ҡулланғанда һәм башҡа осраҡтарҙа була.
Әммә һәр кухняла эстәге “ялҡын” менән көрәшә торған саралар бар.
Балан ҡайнатмаһы.
Үҙәк көйөүҙе кәметеү өсөн шәкәр менән ыуылған еләкте бер ике ҡалаҡ ашау ҙа етә.
Сельдерей тамыры төнәтмәһе.
Көн һайын ашағандан һуң бер ҡалаҡ эсегеҙ. Эсемлек эшләү өсөн тамырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ һәм ҡайнар һыу өҫтәгеҙ.
Алоэ һуты.
Бер сәй ҡалағы һығып алығыҙ, 250 миллилитр һыу һалығыҙ. Ҡалаҡлап эсегеҙ.
Сода.
0,5 сәй ҡалағы соданы бер стакан йылы һыуҙа бутағыҙ. Был ашҡаҙандағы һелтене тиҙ генә нейтралләштерә, ун минут эсендә үҙәк көйөүҙе бөтөрә.
Бал
. Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға болғап эсегеҙ. Ашағандан һуң бер ҡалаҡ ҡапҡанда ла ярай, әммә уны йылы сәй менән ҡулланыу фарыз.
Кәбеҫтә.
Бер ике ҡалаҡ кәбеҫтә һуты эсегеҙ. Быны даими ашағандан һуң эшләһәгеҙ, файҙаға ғына.
Дөгө.
Уны бешергән һыу бер ике сәғәт йылы урында торорға тейеш. Унан ҡулланырға була.
Фото: yzi4d.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ge-k-y-618270/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?