Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Ғинуар 2021, 19:18

Табалағы... дауа

Хроник бронхиттан яп-ябай ысул ярҙам итә. Шулай итеп, ике-өс ҡалаҡ шәкәрҙе...

Хроник бронхит, ғәҙәттә, яҙғы-көҙгө осорҙа йонсота.
Хәйер, ҡышҡы һалҡындарҙа ла ул сәләмәтлекте ярайһы ҡаҡшата торған ауыр сир.
Интернет киңлектәрендә унан дауаланыуҙың тағы бер рецебын таптыҡ. Һынап ҡарағыҙ, бәлки сихәте тейер.
Шулай итеп, табала ике-өс аш ҡалағы шәкәрҙе көрән төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға кәрәк. Артабан уға бер стакан һыу, ике аш ҡалағы сирень төнәтмәһе өҫтәргә (уны, ғәҙәттә, яҙ әҙерләйҙәр). Әгәр ул юҡ икән, йүтәлде баҫыуға тәьҫир иткән теләһә ҡайһы үлән төнәтмәһен ҡушырға була.
Ҡатнашманы бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк. Икенсе көндө яңынан яһау фарыз. Ғәҙәттә, йүтәл 4-5 көн эсендә баҫыла, ти ошолай итеп дауаланған кешеләр.
Фото: blabto.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: