Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Ғинуар 2021, 11:57

Баш ауыртып йонсотһа

“Ҡайһы саҡта башымдан сыҙай алмайым. Тик дарыу менән дә мауығырға ярамай бит әле...” -тип борсола бер танышым. Эйе, ҡан әйләнеше насарланһа, организмда токсик матдәләр күбәйһә лә, баш һыҙлай.

Был осраҡта көнөнә берәр стакан балан һуты эсеү файҙалы. Башығыҙ нервы ҡуҙғыуынан ауырта икән, бер ҡалаҡ бал һалынған балан һуты ярҙам итер. Уны ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Дауалау курсы — кәм тигәндә 2-3 аҙна.
Сей картуф һуты ла баш өйәнәгенән файҙалы. Уны көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 30 минут алда (бер ҡалаҡтан стакандың сирек өлөшөнә тиклем) эсер кәрәк.
Бер ҡалаҡ төйөлгән кесерткән онтағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтергә кәрәк. Термоста ике сәғәт тотоп һөҙгәндән һуң, берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Йүкә сәскәһе төнәтмәһе лә файҙалы.
Фото: sechenov.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: