Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Декабрь 2020, 14:35
Коронавирус менән хәлдәр нисек?
Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәргә бәйле хәл нисек? Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Пандемия башланыу менән 17419 кешелә инфекция асыҡланған, һуңғы тәүлек эсендә – 159 кешелә табылған. Дауаханала 832 кеше ята, 68 кеше уртаса һәм ауыр хәлдә. 2750 кеше амбулатор дауалауҙа. Урындар һаны – 74,5 процентҡа тулған.
Ял көндәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңы күп функциялы ковид-госпиталь асылды. Был урындар һанын арттырасаҡ һәм башҡа дауаханаларҙа урындарҙы бушатыу мөмкинлеге бирәсәк. Радий Хәбиров белдереүенсә, унда бөгөндән тәүге пациенттарҙы ҡабул итәләр.
– Башҡортостанда уртаса алғанда “ашығыс ярҙам” бригадаһы саҡырыуға 12 минут эсендә килеп етә, кисектергеһеҙ ярҙам – 40 минутта, – тине Максим Забелин. – Әлеге ваҡытта республиканың ашығыс медицина ярҙамы юғары әҙерлек тәртибендә эшләй. Тәүлек һайын Өфөлә 1167 саҡырыу теркәлә, республика буйынса – 2450. Уларҙың бөтәһе лә ваҡытында хеҙмәтләндерелә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғинуар ялдары һәм Яңы йыл байрамдары етеп килеүен әйтте һәм был осорға ныҡлы запас булдырырға ҡушты. Министр белдереүенсә, 30 көндән ашыу ваҡытҡа етерлек дарыуҙар запасы бар.
– Бөтә ил ял иткән саҡта беҙҙә табиптар, дарыуҙар, шәхси һаҡланыу саралары менән тәртип булырға тейеш. Хәлдең нисек булырын белмәйбеҙ. Ҡапыл пациенттар артһа, запас булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото:
rupres.com
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?