Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Декабрь 2020, 06:02

Коронавирустан тотош ғаилә вафат булған

"Бик ныҡ йәшәргә теләгәйне лә, COVID-19 уны йәлләмәне...”

Өфөлә оҙаҡ булмаған ваҡыт арауығында бер-бер артлы бер ғаилә ағзалары COVID-19-ҙан вафат булған. Был бик аяныслы хәл тураһында социаль селтәрҙәге “Демчане” төркөмөндә хәбәр ителә. 7 ноябрҙә 47-се ҡатын-ҡыҙҙар поликлиникаһы акушеры, 52 йәшлек Гөлнара Зәрәфетдинованың ғүмере өҙөлгән. “Ул һәр саҡ һәм һәр ерҙә ярҙам итергә тырышты, эшен ныҡ яратты, үҙен уға тотошлайынса бағышланы. Яратҡан әсәй, өләсәй, ҡыҙ, апай, ҡатын һәм яҡшы дуҫ. COVID-19 уны йәлләмәне, ә ул бик ныҡ йәшәргә теләгәйне”, – тип яҙғандар төркөмдә. Ҡыҙын юғалтҡан һәм инфекциянан һуң ҡатмарлыҡтар кисергән 78 йәшлек атаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе Тәлғәт Зыяҡай улы Зәрәфетдинов та биш көндән һуң вафат булған. Ике аҙнанан һуң, 25 ноябрҙә, Гөлнараның ире Виктор Товстюктың да ғүмере өҙөлгән. Уға 68 йәш булған. Хәбәр итеүҙәренсә, улар 20 йыл бергә йәшәгәндән һуң, күптән түгел генә, 3 октябрҙә, рәсми өйләнешкән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир бик аяныслы. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: