Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Декабрь 2020, 12:04

Сирҙе билдәһеҙ үткәреү – иң яҡшы ғәмәл

Табип белдереүенсә, коро­на­вирустың билдәһеҙ үтеүе кеше өсөн хәүефһеҙ, сөнки сирле

Рәсәй иммунолог-аллергологы Владимир Болибок коронавирустың билдәһеҙ (симптомһыҙ) үтеү үҙенсәлектәрен барлаған һәм быны, ауырыу йоҡторған кеше өсөн иң яҡшы вариант, тип билдәләгән.

Табип белдереүенсә, коро­на­вирустың билдәһеҙ үтеүе кеше өсөн хәүефһеҙ, сөнки сирле бер ниндәй ҙә ауыртыу хисе, хәлһеҙлек, елһенеү, сәлә­мәтлектең ҡаҡшауын тоймай. Был осраҡта хатта кеше хаҡында “сирләй” тип әйтеү ҙә килешмәй, сөнки клиник картина юҡ, ти табип.
Мәғлүм булыуынса, коронавирус инфекцияһы билдәһеҙ үткән осраҡта, ул бер ни тиклем осор организмдың лайлалы ҡатламдарында йәшәй. Унан иммун системаһы вирусҡа ҡаршы антиматдәләр бүлеп сығара башлай һәм уны юҡҡа сығара.

“Ошоноң менән фәҡәт был кеше өсөн пандемия тамам ти­гән һүҙ. Уның барышында ҡатнашыуҙың иң шәп варианты ул – сирҙе билдәһеҙ (симптом­һыҙ) үткәреү”, — ти иммунолог.

Болибок фекеренсә, панде­мияның иң ҡырҡыу осоронда илдә сирлеләрҙең дүрттән бер өлөшө генә асыҡлана, ә уны билдәһеҙ формала кисереү­селәр һаны күпкә артығыраҡ булыуы ихтимал. Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова ла ошо хаҡта бел­дергәйне һәм, граждандар ара­һында коронавирусты билдәһеҙ үткәреүселәр һаны 31 процент тирәһе, тип билдәләгәйне.

Шул уҡ ваҡытта, табиптар билдәләүенсә, ни өсөн бәғзе­ләрҙең COVID-19 инфекцияһын бик ауыр үткәреүе, ә кемдеңдер сирләгәнен хатта һиҙмәүе һаман да асыҡланып бөтмәгән күренеш булып ҡала. Мәҫәлән, медицина фәндәре докторы, вирусолог Анатолий Альтштейн әйтеүенсә, коронавирустың һиҙелмәй үтеүе организмдың үҙенсәлектәренә генә бәйле түгел, ә вирустың төрөнән дә тора.

Фото: pixabay.com
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: