Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Декабрь 2020, 11:49

Ҡабаҡ һәм... герпес

Иренгә һәм тәнгә сығып ыҙалатҡан вируслы сыбыртманан ошо йәшелсә ярҙам итә. Әммә бының өсөн ҡабаҡ үҙе түгел, ә ни бары уның...

Сәләмәтлеккә бәйле популяр сығанаҡтарҙың береһендә түбәндәге үҙенсәлекле рецепт осраны. Уға иғтибар итегеҙ әле: бәлки, ярҙамы тейер.
Өлгөргән ҡабаҡтың һабаҡ төбөн һындырып алығыҙ, уны быяла банкаларҙы яба торған тимер ҡапҡасҡа һалығыҙ һәм ипләп кенә мейестәге күмерҙәр өҫтөнә һалығыҙ.
Әлбиттә, быны ут янып бөткәс эшләргә кәрәк. Булмаһа, духовкаға ҡуйырға ла мөмкин.
Янған һабаҡты ҡәһүә ваҡлай торған ҡоролмала иҙегеҙ, банкаға һалығыҙ, уға таҙартылмаған көнбағыш майын ҡушығыҙ.
Майҙы самалағыҙ – ҡуйы ҡаймаҡ ише ҡатнашма килеп сығырға тейеш. Уны герпес сыҡҡан урындарға һөртөгөҙ.
Фото: i.pinimg.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: